Һамарҙа – «Ҡарға туйы»22.03.2013
Халҡыбыҙҙың күркәм йолалары бик күп. Шуларҙың береһе – «Ҡарға туйы» (беҙҙең яҡта «Ҡарға бутҡа»һын шулай тип йөрөтәләр) – Һамар ҡалаһында туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә.

Урындағы башҡорт ҡоролтайы быйыл матур яҙ байрамын 6 апрелдә уҙғарырға йыйына. Был көндә йола буйынса бутҡа бешереү, ҡоштарҙы һыйлау, концерт менән сығыш яһау, төрлө уйындар ойоштороу күҙҙә тотола. Конкурстарҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ.
Шуны әйтергә кәрәк: Ташбулат, Моратша, Таллы, Диңгеҙбай, Ҡыпсаҡ ауылдарының һәүәҫкәр артистары сығышын Һамар халҡы һәр ваҡыт һағынып көтөп ала. Быйыл да, элекке йылдарҙағы кеүек, Башҡортостан артистарының килеүе көтөлә.


Вернуться назад