Эстондар "Ҡыҙ урлау"ҙы ҡараны22.03.2013
"Линдакиви" мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙыҡ. Актерҙар сифатында Эстонияла әүҙем эшләп килгән "Ағиҙел" башҡорт мәҙәниәте үҙәге ағзалары сығыш яһаны. Спектаклде сәхнәләштергәндә иң ҡыйыны башҡортса һөйләшкән йәштәрҙе табыу булды.
Был спектаклде Таллиннда сәхнәләштереп, эстон халҡын башҡорт мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ таныштырҙыҡ. Быны күргәндән һуң беҙҙе Балтик буйы һабантуйында сығыш яһарға саҡырҙылар. Ул июнь башында үтәсәк. Бынан тыш, спектаклдән өҙөктө милли ойошмалар берлегенә 25 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сарала күрһәтәсәкбеҙ.