Кем ул Тәҡиулла Алиев?22.03.2013
7 апрелдә Екатеринбург ҡалаһында Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге башланғысы менән "Донъя цивилизацияһын үҫтереүгә башҡорттарҙың индергән өлөшө" тигән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыла. Унда Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Свердловск өлкәһе, Екатеринбург ҡалаһы хакимиәттәре, өлкәләге Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре ҡатнаша.
Сараға Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа ҡалаларынан, БДБ илдәренән ғалимдар килеүе көтөлә. Фән эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, музей йәмәғәтселеге вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр үҙҙәренең сығышында башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, фәне, иҡтисады һәм теле мәсьәләләрен күтәрәсәк.
Свердловск өлкәһендәге Йәмәғәт ойошмалары документацияһы үҙәгендә СССР-ҙың күренекле энергетик-төҙөүсеһе, инженер Тәҡиулла Әбделханнан улы Алиевтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған, шулай уҡ арҙаҡлы башҡорттар тураһындағы китаптар күргәҙмәләре эшләйәсәк.
Сараның ойоштороусыһы — Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәге — 15 йыл дауамында халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мәҙәниәте ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу, милли үҙаңды үҫтереү, йәштәрҙә ижади, тикшеренеү һәм интеллектуаль эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү йүнәлешендә ҙур эш башҡара. Әлеге конференция ла ҡала тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһенә әүерелер, тип ышанабыҙ.