Еңеү түгел, ҡатнашыу шарт22.03.2013
Ике йыл элек Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәйне. Халыҡ уны төрлөсә ҡабул итте. Күптәр яҡлап сығып, байтаҡ ҡына район әүҙем ҡатнашһа, ҡаршылар һәм битарафтар ҙа булды. Төрлө сәбәптәр буйынса 2012 йылда конкурс ойошторолманы. Ниһайәт, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башланғысы менән булдырылған сара быйыл дауам итәсәк.

Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов — конкурс өсөн яуаплы кешеләрҙең береһе. Шуға күрә быйылғы сараның үҙенсәлектәре һәм маҡсаттары тураһында һөйләүен үтенеп уға мөрәжәғәт иттек.
— Былтыр конкурс финанс ҡытлығына бәйле үткәрелмәй торғайны, быйыл мөмкинлек таптыҡ һәм уны дауам итеү тураһында иғлан иттек. Республика ауылдары быны көтөп кенә ятҡан тиерһең — бөтә райондар ҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе, — тип башланы ул һүҙен.
Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтың әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл”да ҡатнашыу өсөн ғаризалар апрелгә тиклем ҡабул ителә. Бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, конкурс асыҡ, унда теләгән һәр ауыл биләмәһе ҡатнаша ала. Еңеүселәргә килгәндә, өсәү һайланасаҡ, һәр береһенә 200 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам тапшырыласаҡ. Тағы биш-алты махсус номинацияла еңеүселәр билдәләнәсәк.
— Бәйгенең шарттары бик үҙгәрмәне, шулай ҙа беҙ быйыл уны күпкә киңәйттек. Бында халыҡты спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәмәғәт эштәрен йәнләндереү һәм башҡалар ҙа инә. Эйе, рәсми рәүештә бәйге “Айыҡ ауыл” тип атала, әммә маҡсатыбыҙ эскелеккә ҡаршы көрәш кенә түгел, — ти башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
Эйе, күптәр аңлай: ғүмере буйы эскән кешене ниндәйҙер конкурс менән генә был алама ғәҙәттән арындырыу бик ауыр һәм хатта мөмкин дә түгелдер. Иң мөһиме — йәштәр, үҫмерҙәр һәм мәктәп балалары менән эшләү. Уларҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртыу зарур. Тап улар айыҡ аҡыл менән үҫергә, эскелек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек насар ғәҙәттәрҙең зыянын белергә тейеш. Өлкәндәр, ауыл хакимиәте етәкселәре һәм ауылдарҙағы аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр клубтары улар менән эшләргә, кәңәш бирергә, матур өлгө күрһәтергә бурыслы.
— Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ. Ул бысраҡлыҡты һеңдермәй, кире ҡаға. Тик Көнбайыш илдәре мәҙәниәте йоғонтоһо, янында эсеп йөрөгән өлкәндәрҙең өлгөһө иманды боҙоуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ совет осоронда был йәһәттән бер нәмә лә эшләмәнек һәм ҡул һелтәп ҡуйҙыҡ. Бөгөн был хатаны төҙәтергә, әүҙем эш алып барырға кәрәк. Бөтә халыҡ бергә тотонһа, барыһы ла килеп сығасаҡ! — ти Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы.
Беҙҙең башҡорт йөҙ йыл элек кенә алкоголле эсемлектең ни икәнен дә белмәгән. Әлбиттә, быуаттар буйы эсмәгән халыҡтың уға ҡаршы тора алырлыҡ иммунитеты ла юҡ. Был насар ғәҙәт электән булмағас, кире айыҡлыҡҡа ҡайтыу еңелерәк бирелергә тейеш. Ни бары дөрөҫ йүнәлештә фекер йөрөтөргә кәрәк.
— “Айыҡ ауыл” конкурс тип иғлан ителһә лә, уның төп маҡсаты барыбер урын өсөн ярышыу түгел. Быны ҡатнашыусылар аңлайҙыр, моғайын. Олимпия уйындарындағы принцип булһын ине: ҡатнашыу — үҙе ҙур мәртәбә. Һис шикһеҙ, конкурс үҙ ҡанундары буйынса барасаҡ. Һәр ауыл биләмәһе үҙенең иң яҡшы һыҙаттарын, эшен күрһәтәсәк. Еңеүгә ынтылыш яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк, — тип тамамланы һүҙен әңгәмәсебеҙ.


Вернуться назад