Баш ҡала оҫта ҡуллыларҙы ғына ярата22.03.2013
Хәҙер илдең баш ҡалаһы яғына “аҡса һуғырға” беҙҙең башҡорттар ҙа күп йөрөй. Мин дә, эшһеҙ ҡалғас, сит тарафтарға сығып киттем.

Мәскәүҙә төрлө ерҙә эшләргә тура килде. «Йөрөгән таш шымара» тигәндәре дөрөҫтөр. Өйрәндем дә киттем. Йәшермәйенсә әйткәндә, тәүҙә ауыр һынауҙар аша үтергә, төрлө кәмселектәр кисерергә тура килде. Йәшәгән, сыныҡҡан кеше булғас, бирешмәнем. Төҙөлөштә шәп һөнәр үҙләштереп, үҙемде күрһәтә алдым. Ә баш ҡалала оҫта ҡуллы кешене яраталар.
Хәйер, беҙҙең егеттәр Мәскәүҙә бәхет таба алмай ыҙаланып, ауыр хәлгә лә йыш тарый. Бының төп сәбәбе – эскелек менән мауығыу. “Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан эйәрер” тигәндәр бит. Хаҡ һүҙҙәр. Бер ҡайтып барғанымда, вагонда танауын мыш-мыш тартып килгән егетте осраттым, һөйләшеп киткәс, ул асылды. Баҡтиһәң, алты ай эшләп, бер тинһеҙ ҡайтып бара икән. Йәл булып китте. Ундай хәлдәр йыш була.
Һуңғы ваҡытта төҙөлөштә эшләүселәр араһында баш күтәреүселәр ҙә бар. Унда-бында гастарбайтерҙарҙың кран башына менеп, һикереп үлеү менән янап, эш хаҡын талап итеүе хаҡында ишетелә. Башты ташҡа бәргәндән донъя һин теләгәнсә яҡшырып китмәй шул.
Ситтә йөрөгәндә кешеләр менән аралашырға тырыштым. Мәскәүгә төҙөлөшкә төрлө милләт кешеләре килә. Уларға сараһыҙҙан иғтибарыңды йүнәлтәһең. Мордвалар бригадаһы һушымды алғайны. Утыҙға яҡын кеше беҙҙең күрше бүлмәгә урынлашты ла кискә йоҡларға ғына килә ине. Ял итер урынға төнө буйы күңел асалар, өҫтәүенә гел һуғыш-талаш.
Украиндар менән бергә эшләргә насип булды. Уларҙың милли һыҙаттары оҡшаны. Көн дә эшкә татыу сығалар, барыһын да еренә еткереп башҡаралар.
Әрмәндәр бригадаһы эшһөйәрлеге менән хәтерҙә ҡалды. Өлкәндәре – алсаҡ, һаулыҡ һорашып, ярҙам итеп бара, йәштәре иһә күңел асыуға әүәҫ.
Ҡытайҙар ҙа дөйөм ятаҡта беҙҙең эргәлә йәшәне. Ҡырҡҡа яҡын төҙөүсенең күбеһе ташсы ине.


Вернуться назад