Ижадтары тикшерелде, кәңәштәр бирелде22.03.2013
Ижадтары тикшерелде, кәңәштәр бирелдеСиләбе ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда йәш авторҙарҙың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған семинары булды. Уны ойоштороусы — Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә, бағыусыһы — Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге вәкиллеге.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы был семинарға фатиха бирҙе, шуға күрә уның эшендә “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Гөлназ Ҡотоева, “Йәшлек” гәзите редакцияһының әҙәбиәт бүлеге мөдире, “Илһам шишмәләре-2010” шиғриәт фестивале еңеүсеһе, шағир Мөнир Иҡсанов ҡатнашты.
Семинарҙы асҡанда шағирә Гөлназ Ҡотоева Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы исеменән сәләм тапшырҙы. Уның ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенә нигеҙләнгән шәхсән кәңәштәре барыһы өсөн дә файҙалы булды. Сығыш яһаусы Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә әҙерләгән семинарҙы юғары баһаланы. Ә инде йомғаҡлау һүҙендә ул: “Әҙәбиәт һәм әҙәби ижад хаҡындағы был һөйләшеү беҙҙе үҫтерә”, — тине.
Башлап яҙыусы биш авторҙың — Силәбе ҡалаһынан Оксана Ильюп менән Альбина Зарипова, Магнитогорскиҙан Эльмира Әхмәҙина, Үрге Өфәленән Фәнүзә Ижадтары тикшерелде, кәңәштәр бирелдеЗарипова, Арғаяш районынан Гөльямал Нәжмиеваларҙың — ижад емештәре тикшерелде, эшлекле кәңәштәр бирелде. Йәштәрҙең өлгөргән әҫәрҙәрен матбуғатҡа тәҡдим итергә тигән ҡарар булды, Альбина Зарипованың урыҫ телендәге шиғырҙары һәм Эльмира Әхмәҙинаның балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре уңышлы тип табылды.
Сараның программаһы ла бай, йөкмәткеле булды. Силәбенең Шәйехзада Бабич исемендәге китапханаһы әҙерләгән “Зәйнәб Биишева ижады”, Аҡмулла әҙәби берекмәһенең “Йәштәр тауышы” тигән китап күргәҙмәләре, Магнитогорск ҡалаһынан Гөлсөм Хисмәтованың “Изгелек һәм яҡтылыҡ донъяһы” тигән фотокүргәҙмәһе сараға йәм өҫтәне. Фойела ойошторолған күргәҙмәлә әҙәбиәтте һөйөүселәр яңы китаптар менән танышты.
Бынан тыш, яҙыусылар Дуҫлыҡ йортонда Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға бағышланған “Йәштәр тауышы” тигән әҙәби-музыкаль кисәлә ҡатнашты. Уны әҙәби берекмәнең йәштәре Айҙар Ишбирҙин менән Зимфера Ширванова алып барҙы, улар Зәйнәб Биишеваның байтаҡ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар союзы ағзалары — Гөлназ Ҡотоева, Ҡамса Мортазин, Луиза Закирйәнова сығыш яһаны. Алевтина Вәлиева, Урал Ҡолошов, Мөнир Иҡсанов, Фаиза Мәғәсүмова үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Силәбе өлкәһенең төрлө төбәгенән килгән йәш авторҙар майҙан тотто: улар шиғырҙарын уҡыны, сәнғәт оҫталыҡтарын күрһәтте. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Сафина, йәш йырсылар Гөлли Мортазина, Айгөл Арыҫланова матур сығыштары менән кисәгә йәм өҫтәне.
Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге вәкиллегенең матбуғат секретары Мөхәмәт Хәбиров, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң художество етәксеһе Ольга Мохова сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.


Вернуться назад