Көтөлмәгән бүләк21.03.2013
Көтөлмәгән бүләкКисәге яугирҙәр “тимер ат”ҡа атланды

Илебеҙҙә байрам көндәрендә алдынғыларҙы тәбрикләү йолаһы һаҡлана. Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре көнө алдынан "Аҡбуҙат" ипподромында Төньяҡ Кавказда хәрби бурыстарын үтәгәндә яраланған батырҙарға "Пежо-408" маркалы автомобилдәр тапшырыу тантанаһы үтте.

Эске ғәскәрҙәр баш командующийының урынбаҫары – Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәре баш командованиеһының личный состав менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы генерал-лейтенант Валерий Новожилов белдереүенсә, яу яланында башын һалған яугирҙәрҙең ғаиләләрен ярҙамдан өҙмәү, ҡаты йәрәхәт алыусыларҙы дауалауҙы хәстәрләү, реабилитация үткәреү – етәкселектең даими иғтибар үҙәгендә.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, ил намыҫын һаҡлаусыларҙы Президент Рөстәм Хәмитов исеменән сәләмләп, былай тине:
– Иңегеҙгә Ватанды һаҡлау кеүек иң ауыр бурыс йөкмәтелде, һеҙ биргән антығыҙға тоғро ҡалдығыҙ. Дәүләтебеҙҙең бөтөнлөгөн тәьмин итеүгә һәм илдә конституцион тәртип урынлаштырыуға тос өлөш индереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
...Һалдат Андрей Болдырев Президент полкында хеҙмәт итә, артабан контракт нигеҙендә эске ғәскәрҙә ҡала. Бер саҡ спецназды тревога буйынса уяталар: Грозный ҡалаһындағы йортта боевиктың йәшеренеп ятыуы тураһында мәғлүмәт килгән икән. Бронетранспортер алға елә, боролошта ул фугасҡа эләгеп шартлай. Алыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ҡамауҙа ҡалған офицер яуҙаштарының ғүмере өсөн аҙаҡҡа тиклем көрәшә. Һуңынан капитан Болдырев ярты йылдан ашыу госпиталдә дауалана, ҡатмарлы операцияларҙы еңеп сыға.
Үткәндәрҙе хәтерләргә яратмай ул, аҙ һүҙле. Әлбиттә, бар ауырлыҡтар ҙа ихтыяр көсөнөң ныҡлығы арҡаһында ғына артта ҡалған. "Әгәр артабан хеҙмәт иткең килһә, отрядта һиңә урын бар. Етмәһә, ҡайтанан разведкаға алам", – тип командирының дәртләндереүе барыһын да хәл иткән.
– Автомобиль менән бүләкләнеүем хаҡында кәләшем әлегә белмәй, – ти күкрәген "Батырлыҡ өсөн" миҙалы һәм Батырлыҡ ордены биҙәгән Андрей Витальевич. – Һөйөнөсө ни тора! Байрам көндәрендә бирелеүе көтөлмәгән ҡыуаныс.
Прапорщик Дмитрий Бердинских менән сержант Эдуард Гаврилов та, сит ил машинаһының асҡысын алып, шатлыҡлы минуттарын кисерҙе. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге отряды һалдаттарына ла наградалар тапшырылды.


Вернуться назад