“Башҡортостан продукты”, тимәк, сифатлы21.03.2013
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек өсөн “Башҡортостан продукты” тигән билдә эшләне. Төп маҡсат — республика предприятиелары продукцияһына ҡулланыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү, тауарҙарыбыҙҙы сит төбәктәргә һәм илдәргә танытыу.
Проектта урындағы сеймалдан республика биләмәһендә аҙыҡ-түлек етештергән предприятиелар ғына ҡатнаша ала. Иҫерткес эсемлектәргә, шул иҫәптән һыраға, “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡуйыу рөхсәт ителмәй. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тейешле документтар ҡабул итә башланы. “Башҡортостан продукты” сайтында ғаризаны электрон төрҙә биреү мөмкинлеге бар.
Билдә алыуға дәғүә иткән продукттарҙың Рәсәй ҡануниәте талаптарына ярашлылығы лабораторияла үткәрелгән һынау күрһәткестәре менән раҫлана. Әле дәүләт комитеты 300 төрлө аҙыҡ-түлекте тикшерә. Улар араһында “Авдон”, “Башагропродукт”, “Сибай икмәге”, “Сибай элеваторы”, “Башҡортостан колбасаһы”, “Мәләүез һөт-консерва комбинаты”, “Башҡорт ҡаҙы”, “Аллат”, “Көмөш ҡар”, “Башҡортостан туңдырмаһы” кеүек йәмғиәттәр бар.
Билдәне алғас, етештереүселәр уны үҙҙәре сығарған әйберҙәргә, этикеткаларға, реклама материалдарына, алтаҡталарға, хаҡ күрһәткестәренә ҡуя ала.