Һөйгәнеңдең йөрәгенә асҡыс табыу ҡыйынмы?17.12.2011
Йортта һауыт-һаба шалтырамай тормай. Күңелһеҙ ваҡиғаларҙы нисек урап үтергә? Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе нисек көйләргә? Һөйгәнегеҙҙең йөрәгенә асҡыс табыуы еңелләшһен өсөн, әлбиттә, тәү сиратта уның холҡон өйрәнергә кәрәк. Был йәһәттән ошо йондоҙнамә һеҙгә ярҙам итер тип ышанабыҙ.

Ут стихияһы:
Ҡуҙы, Арыҫлан, Уҡсы


Был йондоҙлоҡҡа ҡараған ирҙәр ғаилә усағын һүндермәй һаҡлай белә, үҙҙәрен маҡтағанды, ялағайланғанды ярата. Бынан файҙалана белгән ҡатын-ҡыҙ ирҙәренән арҡан ишә ала! Үтенес менән мөрәжәғәт итер алдынан, атҡарылған эше өсөн маҡтап ебәрегеҙ. Үтенесегеҙҙе сит кеше алдында еткерһәгеҙ, бигерәк тә шәп. Был саҡта улар уны һис шикһеҙ үтәйәсәк. Өйҙө тәртиптә тотоуҙы йөкмәтегеҙ. Тәбиғәттә ял иткәндә усаҡ яғыу, шешлек ҡыҙҙырыу ҙа – уларҙың эше. Ит – иң яратҡан аҙығы икәнен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Ғөмүмән, ярҙамды йышыраҡ һорағыҙ. Улар бит үҙҙәрен ҡеүәтле һанай, шуға көсһөҙҙәргә ярҙам итеүҙән бер ваҡытта ла баш тартмай, сөнки башҡалар алдында абруйҙарын күтәреүҙең берҙән-бер юлы ошо тип уйлай.

Һауа стихияһы:
Игеҙәктәр, Үлсәү, Һыуғояр


Улар техника һәм “китап һүҙе” менән дуҫ. Яңы матур әйберҙәрҙе үлеп яраталар, иҫкеһен күрә алмайҙар. Телевизор, компьютер кеүек йыһаздарығыҙ ватылһа, төҙәтеүсеһе – өйөгөҙҙә. Техника ҡулланыла торған барлыҡ эште уларға ышанып тапшырырға була: туҙан һурыу, ит үткәргестән фарш сығарыу… Яңы китаптар тураһындағы мәғлүмәт, гәзит-журналдағы һуңғы хәбәрҙәр, хаттар – уларҙыҡы. Ватылған иҫке вазаны шундай итеп йәбештереп ҡуйыр – яңыһынан айыра алмаҫһығыҙ. Был эштәрҙең барыһын да еренә еткереп, ялт иттереп эшләп ҡуйыр өсөн уларға бары тик яҡшы кәйеф кәрәк. Кәйефе көр булһа, бындай ирҙәр тау аҡтара ала. Меланхолияға бирелгән сағында, уның турала әҙерәк онотоп торорға кәрәк булыр. Был мәлдә унан ярҙам өмөт итеп булмай.

Һыу стихияһы:
Ҡыҫала, Саян, Балыҡ


Был йондоҙнамәлә тыуған ир-ат эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙы, тәү сиратта, ҡайғыртыусан әсәһе итеп күрергә теләй. Һеҙҙең эргәгеҙҙә һиҙгер, үпкәсел, күңеле тиҙ йәрәхәтләнеүсән кеше булыуын бер ваҡытта ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңел донъяғыҙҙы унан башҡа берәү ҙә яҡшыраҡ аңлай алмаясаҡ. Ғаиләлә теләһә ниндәй эште лә һеҙҙең менән бер тигеҙ бүлеп башҡарасаҡ. Уға ҡарата ихлас булһағыҙ, ярҙамына һәр ваҡыт өмөт итә алаһығыҙ. Проблемалар күңелен аңлап еткермәүегеҙ арҡаһында килеп сығыуы мөмкин. Битарафлыҡ күрһәтмәгеҙ. Рухи яҡтан ни тиклем яҡыныраҡ булһағыҙ, көнкүрештә шул тиклем күберәк ярҙам алырһығыҙ.

Ер стихияһы:
Буға, Ҡыҙ, Кәзәмөгөҙ


Был йондоҙнамәлә тыуған ирҙәр хеҙмәт һөйөүсән. Улар киләсәкте күҙаллап, запас туплап ҡуйырға ярата. Күпселеге баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Аҡсаны әрәм-шәрәм итмәй. Бер ҙур кәмселектәре бар: ғаиләлә патриархат яҡлы. Өйҙә ҡатын-ҡыҙға ярҙам итергә ашыҡмай. Шуға тәүҙән үк көсһөҙлөккә баҫым яһағыҙ, иҫәргә һалышығыҙ. Бынан оялырға ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙың көсө лә көсһөҙлөктә бит. Магазиндан аҙыҡ-түлек алып ҡайтыуҙы йөкмәтегеҙ. Был ирҙәр ғаилә ҡаҙнаһын яҡшы иҫәпләй һәм планлаштыра белә. Квитанциялар буйынса түләүҙе лә уларға йөкмәтегеҙ. Йорттағы барлыҡ ирҙәр эшен ҡурҡмайынса иңдәренә аласаҡтар. Уларҙың тәмлетамаҡ икәнен иҫәпкә алып, йышыраҡ телде йоторлоҡ аштар менән ҡыуандырығыҙ.


Вернуться назад