Газ да булыр, кирбес заводы ла21.03.2013
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев граждандарҙы ҡабул итте.
Республика парламенты етәксеһенә алты кеше килде. Өс мәсьәлә Өфө районы ауылдарында газ, электр үткәреүгә, юл һалыуға ҡағылды. Зубов һәм Нижегородка ауылдары баш ҡалаға яҡын урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, торлаҡ кварталдарының бер өлөшөнә әлегә тиклем коммуникация үткәрелмәгән. Ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәфүр Ҡолмырҙин, инженерлыҡ коммуникациялары — ҡатмарлы мәсьәлә, уны район үҙе генә хәл итә алмай, республика яғынан финанс ярҙамы кәрәк, тип билдәләне. Константин Толкачев район етәкселегенә Башҡортостандың Финанс министрлығы исеменә ошо проблемаларҙы өҫтөнлөклө мәсьәләләр иҫәбенә индереүҙе һорап хат әҙерләргә кәңәш итте. Парламент Рәйесенең “Өфөгаз” етәкселегенә мөрәжәғәт итеүе һөҙөмтәһендә Зубов ауылындағы өс урамға ошо арала газ үткәреләсәк.
Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүсе “Өйҙәге тәртип” фонды вәкилдәре лә килде. Улар ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорай. 2000 йылда теркәлгән ойошма транспорт мәсьәләһен хәл итеү программаһын эшләгән. Уның асылы — юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә контроллек итеү. Фондта йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙған кешеләрҙең исемлеген төҙөгән. Проектты эшләүселәр тәүге ыңғай һөҙөмтәләрҙе схемала күрһәтте.
Сарала ҡатнашҡан Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы вәкилдәре фонд башланғыстарын, ошо проектты хуплауҙарын белдерҙе. Константин Толкачев был мәсьәлә буйынса Башҡортостандағы Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.
Ә эшҡыуарҙар кирбес заводы төҙөүҙә ярҙам һораны. Әле улар республикалағы кирбес заводтарын сеймал менән тәьмин итә, әммә үҙҙәре лә ошо эш менән шөғөлләнергә теләй. Улар Ҡырмыҫҡалы районында буласаҡ производство өсөн ер ҙә ҡараған. Завод төҙөү өсөн бер йыл самаһы ваҡыт китәсәк. Сараға килеүселәр төрлө кимәлдәге власть органдары менән яраштырыу эшен башҡарыуҙа ярҙам һораны. Константин Толкачев мәсьәләне үҙ контроленә алырға вәғәҙә итте.