Иң һөҙөмтәлеһе асыҡлана21.03.2013
Һөҙөмтәле социаль реклама проекттары авторҙарының “Именлек хаҡына ижад” тип аталған халыҡ-ара ижади ярышында еңеүгә дәғүә итеүселәр иҫәбенә беҙҙең “Ҡала мөхите” фестивале лә инде.
Конкурсты ойоштороу комитетында хәбәр итеүҙәренсә, тәүге этапҡа донъяның бик күп иленән — 100-ҙән ашыу, шулай уҡ Рәсәйҙән 23 проект тәҡдим ителгән.
Һуңғы йылдарҙа ҙур танылыу яулаған “Ҡала мөхите” проектына Воронеж, Ижевск, Екатеринбург, Красноярск, Санкт-Петербург, Сорғот ҡалаларындағы социаль реклама кампаниялары, шулай уҡ үҙебеҙҙең “Айыҡ ауыл” һәм “Арт Арки” проекттары менән ярышырға тура киләсәк. Конкурс һуңғы тапҡыр былтыр ноябрҙә үткәрелгәйне, унда тышҡы реклама эскиздары, концепциялар, слогандар рәүешендәге 600-гә яҡын эш тәҡдим ителде.
“Именлек хаҡына ижад” халыҡ-ара конкурсының һөҙөмтәләре апрелдә иғлан ителәсәк.