Һәр ерҙә ҡәҙерле21.03.2013
Һәр ерҙә ҡәҙерлеТәжрибәле педагогтарҙың береһе ул Гөлнара Дәүләтова. Мөғәллимә Ҡәҙер мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Талапсан, заманса ҡарашлы педагог һөнәри оҫталығын һәр дәресе менән раҫлай. Лекция, фекер алышыу, уйындар балаларҙың һәләтен һәр яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уларҙың төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңыш ҡаҙаныуы — тырыш педагогтың хеҙмәт емеше. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, Гөлнара Рәфил ҡыҙы балаларҙы иркен һөйләшеү, аралашыу серҙәренә лә өйрәтә.
— Йәш быуынды ҙур тормошҡа әҙерләргә тейешбеҙ, — ти ул. — Шуға ла, белем менән бер рәттән, дәрестә йәнле әңгәмәләшеүгә ҙур урын бирергә тырышам.
Гөлнара Рәфил ҡыҙы — ауылдың алдынғы йәмәғәт эшмәкәре лә. Һәр ваҡыт ярҙамға ашҡынып торған мөләйем уҡытыусыны барыһы ла хөрмәт итә. Киләсәк быуындың күңеленә аң-белем, изгелек орлоҡтары һалған кеше тап ошолай булырға тейештер ҙә.


Вернуться назад