Йәш әсә Луиза Шәйнурова өс йәшлек улы Азаматты балалар баҡсаһына урынлаштыра алмай оҙаҡ ҡына интегә. "Шундай учреждениены үҙем аса алмаҫ инемме ни?" — тигән уй килә уға бер мәл. Теләген ире лә хуплағас, ҡатын тәүәккәлләргә була.
Тиҙ арала кәрәкле документтарҙы йыйып, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы вәкилдәре менән кәңәшләшкәс, Луиза Фәрит ҡыҙы Интернет аша әсәләр менән аралаша башлай. Фекерҙәштәр тиҙ табыла — урын етмәгәнлектән (әле Баймаҡ ҡалаһында 968 бала баҡсаға сиратта тора), сабыйын шәхси учреждениеға йөрөтөргә теләүселәр байтаҡ була.
Бына шулай барлыҡҡа килә Луиза Шәйнурованың шәхси балалар баҡсаһы. Районда бындай беренсе учреждение ул. Ҡаланың Вокзал биҫтәһендә урынлашҡан
иркен йорттоң барлыҡ уңайлыҡҡа эйә булыуы йүнселгә ойоштороу эшен тиҙ арала атҡарып сығыуға булышлыҡ итә. Балалар баҡсаһы өсөн талап ителгән кәрәк-яраҡ, йыһаз һатып алына. Йылы, яҡты бүлмәләр, кескәйҙәрҙең һәләтен, телмәрен үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡорамалдар, өр-яңы китаптар, уйынсыҡтар — һәммәһе лә шәхси учреждениеға заманса төҫ бирә.
Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән төркөмдә ҡалалағы иң тәжрибәле тәрбиәселәрҙең береһе Ишбикә Ишназарова эшләй. Кескәйҙәр менән шулай уҡ музыка белгесе шөғөлләнә.
Балалар баҡсаһы аҙнаһына биш көн иртәнге һигеҙҙән киске алтыға ҡәҙәр эшләй. Бер балаға көнлөк хаҡ — 210 һум. Өс тапҡыр ашау ҡаралған.
— Балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡалдырып тороу мөмкинлектәрен өйрәнәбеҙ, — ти Луиза Фәрит ҡыҙы. — Ата-әсәгә ял көндәрендә, байрамдарҙа ярҙам итеү ниәтебеҙ ҙә бар. Ғөмүмән, халыҡтың ихтыяжына ярашлы төрлө юлдарҙы эҙләйбеҙ.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡтың күп сығым талап иткән был төрө үҙен тиҙ генә аҡламаҫы билдәле. Әммә Луиза Шәйнурова ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Районда беренсе булып шәхси балалар баҡсаһы асҡан йәш, дәртле ханым барыһын да булдырыр.