Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ21.03.2013
("Закон бар. Ул нисек тормошҡа ашырылыр?", "Башҡортостан", 2013 йыл, 31 ғинуар)
Республикабыҙҙа башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәс, уны һәр мәғариф учреждениеһында уҡыта башлау мәсьәләһе килеп баҫты. Тағы ла көрәш, бихисап ҡаршылыҡ... Инде уныһы ла яйға һалына башланы тигәндә, "ҡулайлаштырыу", "төбәк компоненты", "стандарт" кеүек ябай кеше аңламаҫлыҡ атамалар йәмғиәттә ығы-зығы тыуҙырҙы.
Ҡайһы бер үҙгәрештәргә халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтә алды, һәм был фекерҙәр “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы яңы Законда сағылыш тапты. Әйтәйек, хәҙер ауыл кешеләре үҙ мәктәбенең ябылыу-ябылмауына йоғонто яһай ала. Законда шулай уҡ, үткән быуаттың 70-се йылдарындағылай, уҡыусыларға һөнәри белем биреү мөмкинлеге лә ҡаралған. Эйе, ул осорҙа мәктәпте тамамлаған йәштәр аттестат менән бергә төрлө һөнәр буйынса танытма ла алып сыға торғайны. Был бик яҡшы күренеш булды.
Совет дәүерендә "репетиторлыҡ" тигән төшөнсәне белмәнек. Һәр педагог үҙ предметы буйынса уҡыусының белем кимәленә яуаплы ине, дәрестән артта ҡалғандарға өҫтәмә дәрестәр үткәрелде. Был уҡытыусының үҙ выжданында булды. Яңы Законда ошо мөһим мәсьәлә лә иғтибар үҙәгенә алынған һәм педагогтың үҙ уҡыусыһына репетитор булырға тейеш түгеллеге билдәләнгән. Был — бик дөрөҫ ҡарар. Юғиһә, аҡса артынан ҡыуып, ҡайһы бер уҡытыусылар рухи йөҙөн юғалта башланы. Балаларҙың айырым педагогтарҙы ихтирам итмәүе нигеҙендә лә ошо етешһеҙлек ятмаймы икән?
Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләренең үҙгәреүе лә — һөйөнөслө күренеш. Ысынлап та, абитуриенттар өсөн тәүҙә бер йыллыҡ әҙерлек курсында уҡыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, сөнки ошо арауыҡта йәш кеше артабан уҡырға көсө етәме-юҡмы, һөнәрҙе дөрөҫ һайлағанмы-юҡмы икәнен аңлап, белем алыуҙың диплом ғына түгел, ә йәшәү өсөн кәрәклеген төшөнәсәк. Бындай маҡсатлы белгестәргә эш урынын табыу ҙа еңеләйәсәк.
Эйе, баланы, милләтенә ҡарамайынса, йортона яҡын урынлашҡан мәктәпкә алыуҙы яҡлаған ҡанун республика ҡалаларындағы милли гимназия, лицейҙарҙың бәкәленә һуҡты, уларҙың йөҙөн үҙгәртте. Яңы мәғариф ҡануны был мәсьәләне хәл итеүҙе урындағы мәғариф ойошмаһына тапшыра, тимәк, белем усаҡтарыбыҙҙың артабанғы үҫешенә ҙур ышаныс тыуа. Тик быға бөгөндән Закондың "Белем биреү теле" тип аталған статьяһын тормошҡа ашырыу буйынса ныҡлы эшкә тотонорға кәрәк. Форсаттан файҙаланып, балалар баҡсаларында ла милли төркөмдәр асыу, эшмәкәрлек сифатын яҡшыртыу зарур. Башланғыс эҙмә-эҙлекле булһын өсөн, ошондай йүнәлештәге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тәрбиәләнгән балаларҙы артабан шундай уҡ гимназияларға уҡырға алыу, һис шикһеҙ, отошло булыр. Республиканың мәғариф тураһындағы яңы законын әҙерләгәндә, был тәҡдим иҫәпкә алынһын ине.
Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә иһә, әүәлгесә, урыҫ һәм башҡорт кластарын айырым ойошторорға кәрәк. Шул осраҡта ғына телебеҙҙе, асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ. Был йәһәттән, әлбиттә, ата-әсәнең тырышлығы, етәкселәрҙең уйлап эш итеүе мөһим.
Закон бар. Әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн халыҡҡа, йәмәғәтселеккә ең һыҙғанып эшкә тотоноу кәрәк. "Алма, беш, ауыҙыма төш" тип, ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ултырһаҡ, тағы һемәйеп ҡалырбыҙ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу яҡшы. Быйылғы 1 сентябрҙе яңы ҡануниәт талаптарына таянып, яңыса ҡаршы алырға бурыслыбыҙ.