Боранғолдар ҡырҙа уҡымаҫ21.03.2013
(К. Сафиуллина, "Нисек кенә уҡыр балаҡайҙар...", “Башҡортостан”, 2013 йыл, 22 ғинуар)

Борсоулы хаттың йөкмәткеһен иҫегеҙгә төшөрәйек: "... I класта уҡыған ейәнсәрем: "Беҙҙең мәктәпте ябалар! Ҡайҙа уҡырға барырбыҙ инде хәҙер? Мәктәп шулай емерелеп бөтөрмө икән?.." — тине.
Тиҙҙән ейәнем дә уҡырға бара. Ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауыл мәктәбенә. Нисек кенә йөрөр икән был балаҡайҙар? Автобус булһа ла, тәбиғәт шарттары төрлөсә бит әле. Ауылыбыҙҙа 12-13 бала уҡый, бәләкәстәр үҫә. Әле шундай яҡшы шарттар, мөмкинлектәр бар саҡта, мәктәп ниңә юҡҡа сығырға тейеш? Киләсәктә беҙҙең Боранғол ауылы ла бөтөрмө икән ни?"
"Халыҡ тауышы" рубрикаһында донъя күргән был яҙмаға Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғариф идаралығынан яуап хаты килде.
"2013 йылда районда белем усаҡтарын ябыу ҡаралмаған, — тиелә унда. — Сентябрҙә Боранғол башланғыс мәктәбенең I класына дүрт бала килә. Ғөмүмән, 2013/14 уҡыу йылында дүрт класта 12 уҡыусы белем аласаҡ. Мәктәптәге шарттар заман талаптарына яуап бирә, уҡыу-уҡытыу өсөн барлыҡ мөмкинлек тыуҙырылған".


Вернуться назад