Иғтибарлы булһаҡ ине21.03.2013
Әҙәм балаһына яҡшылыҡ тыумыштан һалына, әммә был сифаттың үҫеше уның ниндәй мөхиттә йәшәүенә бәйле.

Элек-электән ата-әсә, олатай-өләсәй балаһына әҙәп-әхлаҡ серҙәрен өйрәткән: өлкәндәрҙе тыңлау, хөрмәт итеү, аш-һыу янына ҡулды йыумайынса бармау, өҫтәл эргәһенән рәхмәт әйтеп, "Аллаһ әкбәр" итеп тороу һәм башҡалар. Һуңғы осорҙа бер аҙ онотолоп торған был тәрбиә ҡанундарын тергеҙеү мөһимлеген һәр кем төшөнә башланы кеүек. Әлбиттә, бында тәү сиратта ғаиләләргә ҙур бурыс йөкмәтелә. Шулай уҡ белем усаҡтарына.
Был йәһәттән мәктәптәрҙә "Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре" дәресе уҡытыла башлауын ыңғай күренеш тип иҫәпләйем. Әммә диндең бик сетерекле мәсьәлә икәнлеген дә оноторға ярамайҙыр — программа төҙөүселәр, методик күрһәтмә биреүселәр, уҡытыусылар иғтибарлы булһын ине. Мәҫәлән, ҡайһы бер уҡыу әсбаптарына күҙ һалғанда, дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр күҙгә ташлана. Гәзит-журнал биттәрендә лә дини йәһәттән дәғүәле урындар килеп сыға. Өҫтәүенә, мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртылған кире күренештәрҙең уҡытыусының йыллыҡ хеҙмәтен бер нисә сәғәттә юҡҡа сығарыуы бик ихтимал. Шуның өсөн дин дәрестәрен балалар менән берлектә ата-әсәгә лә өйрәткәндә, һөҙөмтә күпкә яҡшы булыр ине, тип уйлайым.


Вернуться назад