"Һалымдар иҫәбенә лә йәшәргә мөмкин", — ти Һамар ауыл биләмәһе рәйесе Вәкил Фәйзуллин21.03.2013
"Һалымдар иҫәбенә лә йәшәргә мөмкин", — ти Һамар ауыл биләмәһе рәйесе Вәкил ФәйзуллинҺуңғы ваҡытта ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара төп власть органы булып тора тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Халыҡтың бар йомошо улар иңендә, шуға күрә тап ауыл биләмәһе рәйесе барлыҡ мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнаша, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әммә күпселек мәсьәләнең туранан-тура аҡсаға бәйле икәнлеген күҙ алдына килтергәндә, уларҙың хәл ителмәй ҡалыуы ла ихтимал. Тик Хәйбулла районының Һамар ауыл биләмәһендә түгел, сөнки бында үҙ эшен еренә еткереп башҡарған кешеләр эшләй, мәшәҡәттәр шунда уҡ хәл ителә.
Ауыл Советы — районда үҙен тулыһынса матди яҡтан тәьмин иткән, урындағы физик һәм юридик шәхестәрҙең һалымы иҫәбенә көн күргән берҙән-бер ауыл биләмәһе. Бындай “майҙа" йөҙгәндәр районда ғына түгел, хатта республика буйынса ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

— Вәкил Мөхтәр улы, ауыл биләмәһе менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
— Беҙгә Һамар, Юлбарыҫ, Хворостянка һәм Быҙаулыҡ ауылдары ҡарай. Барлығы ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Бөгөн Хворостянка ауылының яҙмышы борсоуға һалһа, башҡаларында халыҡ дәртләнеп донъя көтөргә тырыша. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ эшен асыусылар бихисап, нисек тә йәшәргә, балалар үҫтереп, донъя көтөргә тырышалар. Элегерәк халыҡ совхозда, “Һамар” АТП-һында эшләне, ул заманда эшһеҙлек проблемаһы бөтөнләй булмаһа, бөгөн ҡыйыныраҡ. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа сәнәғәт гигантына әйләнә барған “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Юбилей” мәғдән ятҡылығының бер өлөшө беҙҙең биләмәгә инеүе, Хворостянка ауылындағы һыу һаҡлағыс, “Баймаҡ” АТП-һының Һамар филиалы, урман хужалығына ҡараған дәүләт сорт участкаһы (питомник), райондың асфальт-бетон заводы, “Башҡорт шахта-проходкалау идаралығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баҡыр-колчедан рудаһы ятҡылығының бер өлөшө беҙҙә булыуы урындағы бюджетты тулыландырыуҙа үҙ өлөшөн индерә. Тап ошо ойошмаларҙан йыйылған һалым арҡаһында Һамар ауыл биләмәһе еңелерәк тын ала тиергә лә була.
— Белеүебеҙсә, шәхси эштәрен асҡан йүнселдәргә лә һеҙҙең тарафтан иғтибар ҙур...
— Әлбиттә. Беҙ үҙебеҙ халыҡты йыйып, шәхси эштәрен асырға тәҡдим итәбеҙ, аҡса эшләү юлдарын табышабыҙ. Кәрәк икән, ярҙам да күрһәтәбеҙ. Әле дүрт ауылда 14 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләй. Яңыраҡ ҡына унға яҡын кеше үҙ эшен асыу өсөн субсидия алды. Мәҫәлән, Гөлдәр Хәкимова – йылҡысылыҡ, Илдар Бикмөхәмәтов – йәшелсәселек, Сергей Сахно һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә йыйына. Ольга Саморокина шәхси икмәкхана асырға ниәтләй, әле ул ҡомалаҡтан бешерелгән икмәкте һатыуға сығара. Шулай уҡ шәхси магазин, бөҙрәхана, тимер эшкәртеү цехы асыусылар ҙа бар. Тағы ла шуны әйтеү кәрәктер: ауыл биләмәһенә ҡараған барлыҡ сәсеү майҙаны ла эшкәртелә, үҙебеҙҙең фермерҙарҙан ҡалған ерҙәрҙе МТС хужалығына ҡуртымға бирәбеҙ. Әле берәү көнбағыш майы һығыу цехы асырға йыйына, бина мәсьәләһен хәл итәбеҙ.
— Байтаҡ ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыу эше киҫкен тора. Һеҙҙә нисек?
— 131-се Федераль законды уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Бер тин дә әрәм-шәрәм ителмәй, халыҡ мәнфәғәте файҙаһына тотонола. Һамар ауыл биләмәһе территорияһында барлығы һигеҙ зыярат урынлашҡан. Бөгөн уларҙың барыһы ла тәртиптә, ҡойма менән уратып алынған, юл һалынған. Оҙаҡ йылдар үҙәккә үткән мәсьәләләрҙең береһе – урамдарҙы яҡтыртыу бар ауылдарҙа ла хәл ителде. Һамар урамдарына – 100, Юлбарыҫ һәм Быҙаулыҡта – 30-шар, Хворостянкала 20 фонарь ҡуйылды.
— Әйткәндәй, быйыл буран ҡоторҙо, ҡар күп яуҙы. Ул ауыл Советына күпмегә төшә?
— Бер ауыл хакимиәтенең дә үҙ техникаһы юҡ. Шул бәкәлгә һуға. Юлдарҙы таҙартыу өсөн шәхси эшҡыуарҙарҙан транспорт һорарға, хаҡын түләргә тура килә. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, бер буран яҡынса 15 мең һумға төшә. Әле ошо мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлын эҙләйбеҙ.
— Һамарҙа халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора.
— Ысынлап та, йылдар дауамында урынынан ҡуҙғалмаған был эш быйыл яйлап яйға һалына башланы. “Таҙа һыу” республика программаһы сиктәрендә, Хворостянка ауылы тулыһынса эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк. Һамар ауылында ла был мәсьәләгә нөктә ҡуйылыр тип өмөтләнәбеҙ. Ошо юҫыҡта эш башланды. Барыһы ла уңышлы килеп сыҡһа, ауылдар федераль һәм республика программаларында ҡатнашыу мәмкинлегенә эйә буласаҡ.
— Хәл итәһе башҡа мәсьәләләргә килгәндә...
— Рәсәйҙәге иң ҙур бәләнең береһе — юлдарҙың насар булыуы — беҙҙе лә урап үтмәне. Һамар ауылындағы балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн урындарҙың етмәүе лә көнүҙәк мәсьәлә. Бөгөн мәктәпкәсә йәштәге 30 бала өйҙә ултырырға мәжбүр. Киләсәктә яңы баҡса төҙөү уйы менән янабыҙ. Хворостянка ауылындағы башланғыс мәктәптә ни бары 12 бала уҡый, йәштәр ауылда ҡалмай. Юлбарыҫта ла ошондай уҡ хәл. Шуға күрә ундағы мәктәпте клубҡа әйләндереү уйы бар, бәләкәй ауылдарҙа халыҡты туплаған урын булырға тейеш. Мәҙәниәт белгестәренә ҡытлыҡ кисерәбеҙ, бөгөндән үк эшкә килергә теләк белдергән кешегә фатир бирә алабыҙ.

БЕЛЕШМӘ: Һамар ауыл биләмәһендәге 608 хужалыҡта бөтәһе 2012 кеше йәшәй. Шуларҙың 1149-ы эшкә яраҡлы, 314-е – хаҡлы ялдағылар. Алты йәшкә тиклемге балалар һаны — 164, 18 йәшкә тиклемгеләр – 385. Утыҙ биш йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр һаны — 65, 88 йәш кеше ситтә уҡый. 14 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Мәктәптә бөтәһе 240 уҡыусы белем ала, шуларҙың 24-е – I класс уҡыусыһы. Уларға 53 уҡытыусы белем бирә. Дүрт ауылда ла фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Быҙаулыҡ, Һамар һәм Юлбарыҫта клуб бар.


Вернуться назад