Ҡотлайбыҙ!21.03.2013
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәгән ҡәҙерлебеҙ Әхмәт Түлебаевты тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ул 12 йәшендә етем ҡалғас, ғаиләбеҙҙең төп терәге һәм ярҙамсыһы булып, иртә ир ҡорона инде. Егәрле, тырыш, йүнсел ағайыбыҙ бик матур, татыу ғаилә ҡороп, еңгәбеҙ менән баһадирҙай алты улға ғүмер бирҙе. Һәр береһен хәстәрләп, ҙур йорт һалырға ярҙам итте. Әле 32 ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүгә күңел йылыһын бүлә.
Ауылдаштарының оло ихтирамын яулаған изге күңелле кеше лә ул ҡәҙерлебеҙ. Тыуған ауылында мәсет төҙөтөүгә лә күп көс һалды. Ерәнсә сәсән ҡәберен, таш ташып, тәрбиәләгәндән һуң яҡташтары өсөн сәхифә ҡылырлыҡ изге урын барлыҡҡа килде. Әленән-әле оло йәштәге инәйҙәрҙе саҡырып, Ерәнсә сәсән рухына аят уҡыта, ауылдаштарының рәхмәтен алып тора.
Ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ныҡлы сәләмәтлек, балаларының игелеген күреп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Бибиямал, апаһы Мәфтуха һәм бөтә Түлебаевтар исеменән
Өфөлә йәшәүсе апаһы Ғаян Азаматова.


Вернуться назад