Икеләтә бүләк21.03.2013
Икеләтә бүләкБаймаҡ районының Абдрахман ауылында йәшәгән Ғәзиз Яратов өсөн яратҡан баҫмаһы “Башҡортостан”ға яҙылыу, ысынлап та, икеләтә ҡыуанысҡа әйләнде. Берҙән, аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан гәзитте рәхәтләнеп уҡыһа, икенсенән, квитанцияһын ебәреп, үҙенә елле бүләк отто. Ауылда бигерәк кәрәкле инструменттар йыйылмаһы – дрель алып шатланды ул!

1978 йылдан "Сибай" совхозында шофер булып эшләгән Ғәзиз Яратов район һәм республика гәзит-журналдарынан һис айырылғаны юҡ. “Һәр саҡ алдырым, хатта эш хаҡы бирелмәгән оҙорҙа ла яратҡан баҫмаларымдан айырылманым. Рухи аҙыҡ күңелдәргә май кеүек яғыла, арыуҙы юҡҡа сығара, эшкә дәрт өҫтәй, — ти матбуғат дуҫы. — Бала саҡтан гәзит-журнал уҡып үҫкәнгәме, почта саҡ ҡына һуңлаһа ла, күңелем ашҡына башлай. Телевидение, Интернет булғанда, ниңә һиңә гәзит, тип аптыраусылар ҙа бар. Әммә ташҡа баҫылған һүҙҙәрҙе уҡыуға бер нәмә лә етмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта “Башҡортостан”дың йөкмәткеһе яҡшырҙы, көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртҡан, ауыл тормошон һүрәтләгән мәҡәләләрҙең йыш урын алыуы һөйөндөрә. Өфөлә барған хәлдәрҙе радио һөйләп, телевидение көнөнә әллә күпме күрһәтеп тора, шуға баш ҡала яңылыҡтарын һирәгерәк яҡтыртһағыҙ ҙа ярай. Ә райондарҙан әһәмиәтле хәбәрҙең күплеге отошло".


Вернуться назад