...Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ғүмер бирә лә, шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына түгел, ҡайғы-хәсрәт тә өләшә, һынауҙар һәм уларҙы еңеп сығырлыҡ көс тә бирә. Илеш районының Теләкәй ауылында көн итеүсе яңыраҡ иллеһен тултырған Гүзәл Гәрәеваның ҡатмарлы яҙмышы ошо хәҡиҡәтте дәлилләүсе бер миҫалдыр...
Һәр көнө батырлыҡҡа бәрәбәр уның. Гүйә, бәхет өсөн генә яралған гүзәл зат, үҙаллы хәрәкәт итеү мөмкинлеген юғалтып, әсәһе, улы, туғандары тәрбиәһендә йәшәй. Уфтанмай, зарланмай, хәстәрлекле яҡындарына ифрат рәхмәтле. Хәленең ауырлығы тормошҡа яратып баҡҡан нурлы күҙҙәренең юҡ-юҡ та моңһоуланып китеүенән генә төҫмөрләнә. “Үрге Йәркәйҙәге 1-се урта мәктәпте тамамланым, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡыным, Туймазыла ҡала мәҙәниәт һарайында эшләнем”, – тип иҫкә ала ул. “Бик һылыу ҡыҙ булып үҫте, яҡшы уҡыуы, уңғанлығы, әүҙемлеге, ихласлығы, алсаҡлығы менән айырылып торҙо”, – ти Гүзәл Гәрәева хаҡында яҡташтары. Ә ҡасандыр уның талпынып, ҡанатланып, ифрат оҫта итеп бейегәнен әле булһа һоҡланып, һағынып һөйләйҙәр.
...Бәләкәстән бейеүсе булырға, сәхнәләрҙә сығыш яһарға хыялланып, ошо уйҙарын ғәмәлгә ашырып, сәнғәткә ғашиҡ бала-сағаны бейеү оҫталығы серҙәренә өйрәтеп, үҙен ифрат бәхетле тойоп йәшәй ул. Ғаилә ҡороп, ике ул тапҡас, тормошо тағы йәмләнә. Әммә бәлә-ҡаза көнөн, сәғәтен һорап килмәй. Һәм яңғыҙ ҙа йөрөмәй. Гүзәлгә лә улар бер-бер артлы ябырыла. Нисек кенә аяныслы булмаһын, тәүгеһе уның яратҡан шөғөлөнә мөкиббәнлегенә бәйле. Егерме йыл элек була был хәл. Сираттағы сығышы йәмле йәй мәлендә тәғәйенләнгән, әммә тап шул көндә ҡапыл һауа торошо үҙгәрә: ел-дауыл күтәрелә, бик һалҡынайтып ебәрә, епшек ҡар яуа башлай. Баш ҡаланан бер ҙур түрәнең килеүен көтөп, тантананы асмай торалар. Саф һауала ҡоролған сәхнәлә бейеүсе өшөй, аяҡ-ҡулы туңғандай тойола, быуындары хәлһеҙләнә, һөҙөмтәлә ул хәрәкәтһеҙлеккә дусар була. Уға яратҡан һөнәрен оноторға тура килә. Ауыр саҡта йән һөйгәне тарафынан ҡурсалау тапмауы, шул арҡала тыуған ауылына ата-әсә йортона ҡайтып төпләнергә мәжбүр булыуы – тән һыҙланыуҙарына йән әрнеүҙәре өҫтәгән үҙе бер оло фажиғә.
Шөкөр, Гүзәлде бында ихлас ҡабул итәләр. Әсәһе, зат-зәүере уға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Эргәһендәге кинйә улы Марсель хаҡында, яратып: “Минең уң ҡулым”, – ти. Ә 75 йәшлек әсәһенә ҡарата рәхмәтле хис-тойғоһон шиғырҙары аша еткерә. Әйткәндәй, әҙәбиәткә, шиғриәткә, мәҙәниәткә битараф булмауы ла Гүзәлгә яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәҫлек көс бирәлер, моғайын. “Бер яғымда – телефон, икенсе яғымда – ҡәләм, – ти ул. – Иң мөһиме – яҡындарым эргәмдә”.
“Кеше ғүмере – бер ҙә асылмаған һандыҡ шикелле, серле, әсе яҙмыштыр ул. Һөйләп тә аңлата алмаҫлыҡ яҡтары бик күп уның”, – тип яҙа Гүзәл Гәрәева үҙенең юбилейы айҡанлы донъя күргән йыйынтығындағы (төҙөүсеһе – Гүзәлиә Фәйзуллина) бер иҫтәлегендә. Баҫмаға уның йылдар буйы көнө-төнө күңелен әрнеткән һағыштарын ситкә этәрерлек ҡеүәт сығанағы – ауыр сәғәттәрҙә ижад иткән сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәре тупланған. Бәләкәй генә китапта – тотош ғүмере: күҙ асып йомғансы үтеп киткән наҙ тулы бала сағы, тыуған төйәген, тәбиғәтен яратыуы, тормоштоң, туғандарының, дуҫтарының ҡәҙерен белеүе сағылыш тапҡан.