Бәхет күктән төшмәй21.03.2013
Бәхет күктән төшмәйКеше үҙ яҙмышына үҙе хужа. Тормошондағы уңыштар ҙа ниндәй һөнәр һайлап, ниндәй ғаилә ҡороуға, үҙе тирәһендә ниндәй мөхит, башҡаларҙа үҙеңә ҡарата ниндәй фекер тыуҙырыуға ла бәйле. Зәмбилә Рәшит ҡыҙы Назырова һәр яҡлап та бәхетле.

Ғаиләһендә хәстәрлекле, уңған әсәй, эшендә төплө белемле, талапсан, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарыусы педагог булһа, хеҙмәттәштәре өсөн ярҙамсыл, сабыр, ғәҙел, тоғро, ихлас, алсаҡ йөҙлө ҡатын-ҡыҙ, әхирәт. Уның хаҡында: “Зәмбилә Рәшит ҡыҙына үҙеңә ышанған кеүек ышанырға, уның менән разведкаға барырға ла була”, — тиҙәр. Ошондай гүзәл сифаттарға эйә булыу уға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда тәрбиәләнгән, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 124 бала менән уртаҡ тел табырға, уларҙың уңыштарына ҡыуанырға, борсолоуҙарын уртаҡлашып, һәр береһенең күңел торошон тойорға, аҡыллы кәңәштәре менән киләсәктә яңылышмаҫ өсөн дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтергә, үҙҙәрендә ышаныс тәрбиәләргә ярҙам итәлер, моғайын. Шуға күрә лә балалар һәр саҡ “апай” тип өҙөлөп тора. Ошо балаларҙы оло тормош юлына баҫтырыуға 23 йыл ғүмерен арнағанға һис кенә лә үкенмәй Зәмбилә Рәшит ҡыҙы Назырова. Ысынлап та, әгәр үҙеңде балалар яҙмышы өсөн яуаплы итеп тоймаһаң, һөнәреңде яратмаһаң, белемеңде даими камиллаштырып тормаһаң, педагог булыуҙан ни фәтүә?
Ғафури районының Йөҙимән ауылында йәшәгән Нәфисә Абдрахман ҡыҙы менән Рәшит Шәйхелислам улының татыу, эшһөйәр ғаиләһендә берҙән-бер бала булып үҫә Зәмбилә. Хеҙмәтте яратыу, һәр саҡ ғәҙеллек яҡлы булыу, ярҙамсыллыҡ, тырышлыҡ, белем алырға ынтылыш кеүек сифаттарҙы ата-әсәһенең матур өлгөһөндә күңеленә һеңдерә ул. Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағанда “кем булырға?” тигән һорауға яуап та күптән әҙер ине. Ике туған ағаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, педагог Әнүәр Ғәзизовтың БДУ-ның филология факультетында уҡыған сағы. Уның студенттар тормошо, туған телде уҡытыу, Өфө ҡалаһы, мәҙәниәт, сәнғәт хаҡында илһамланып һөйләүен көтөп алған Зәмбилә киләсәктә балаларға белем, тәрбиә бирергә ҡарар итә һәм, ағаһы уҡыған факультетҡа имтихан тапшырып, студент булыу бәхетенә өлгәшә. 1980 йылда ҡулына юғары белемле белгес дипломын ала. Шул уҡ йылда буласаҡ тормош иптәше, Өфө егете Рәмил Рафаил улы Назыров менән ғаилә лә ҡоралар.
Хеҙмәт юлын ул сауҙа хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу үҙәгендә методист булып башлай, ун йылдан һуң баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы 99-сы мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Был мәктәптә ҡала балалары менән бергә эргәләге балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҙә белем ала. Бына шулай 1990 йылдан башлана ла инде етем балаларға белем һәм тәрбиә биреү. 2000 йылға тиклем мәктәптә эшләү осоронда бай тәжрибә туплана, алты йыл рәттән райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары берекмәһе етәксеһе булыу, улар өсөн асыҡ дәрестәр уҙғарыу, балалар менән төрлө кимәлдәге бәйге, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, баш ҡаланың “Йыл уҡытыусыһы” кеүек ижади-һөнәри бәйгелә абруйлы жюри ағзаһы сифатында коллегаларының белемен ғәҙел баһалау, педагогик-методик әҙәбиәт менән танышып тороу, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында уҙғарылған курстарҙа даими рәүештә белемен камиллаштырыу, Бөтә Рәсәй кимәлендәге семинар-кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу ҙа Зәмбилә Рәшит ҡыҙына ижади үҫергә, мәғариф өлкәһендә уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә лә инде.
2000 йылда тырыш, юғары категориялы педагогты тағы ла яуаплыраҡ вазифаға — балалар йорто директоры урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Яңы урында ла һынатмай, тиҙ арала ата-әсә кәңәшенә, наҙына, ғаилә һәм күңел йылыһына мохтаж етемдәрҙең яратҡан апайҙарына, педагог тәрбиәселәрҙең кәңәшсе-дуҫына әүерелә. Балалар маҡсатлы, белемгә ынтылышлы, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ өлкәндәр барлығын тойһон, сабыйҙар йорто дуҫлыҡ, бер-береңде аңлап йәшәүсе изгелек утрауын хәтерләтһен өсөн һалған көс, хеҙмәт, аҡыл, тәжрибә йылдар үтеү менән үҙ баһаһын да ала, әлбиттә.
Зәмбилә Рәшит ҡыҙы ҡала, район мәғариф идаралыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хатына, республика уҡытыусыларының IХ съезында делегат булып ҡатнашыуға, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, ә 2007 йылда “Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Бар ғүмере эштә үткән, етемдәрҙе үҙ балалары кеүек күргән педагогтың ғаиләһенә, туғандарына, ҡаланың сәнғәт, мәҙәни тормошо, матбуғат менән танышып барырға ваҡыты ҡаламы икән, тигән һорау ҙа тыуыр, моғайын. Ғаиләһе иҫ киткес күркәм уның. 33 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Рәмил Рафаил улы менән бергә Наилә исемле инсафлы ҡыҙ, баһадирҙай Айрат исемле ул үҫтереп оло юлға сығарҙылар. Ҡыҙҙары БДУ-ның биология факультетында белем алған, биология фәндәре кандидаты. Улдары БДУ-ның физика факультетын тамамлаған, Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетында уҡып, юрист һөнәренә эйә булған. Наилә менән кейәүе Илшаттың ҡорған оялары ла ырыҫлы, матур. Улар Динара менән Камилла исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Балаларының тормошта үҙ урындарын табыуына ата-әсәй шат, әлбиттә.
Атаһы Рәшит Шәйхелислам улы мәрхүм булғандан һуң Өфөгә күсеп килгән әсәһе Нәфисә Абдрахман ҡыҙы һәм Зәйтүнә апаһы менән дә бер-береһенә күңел йылыһын өләшеп, бергәләп гөрләшеп ғүмер итәләр. Йәйҙәрен үҙҙәренең баҡсаларында еләк-емеш үҫтереп, тәбиғәттә ял итеп үткәрәләр. Зәмбилә Рәшит ҡыҙы ғаиләһенән, бергә эшләгән коллективынан, уҡыусы-тәрбиәләнеүселәренән, туғандарынан да уңған, тигәйнем. “Өлгәшкән уңыштарымда хеҙмәттәштәремдең, бигерәк тә балалар йорто коллективын ҙур, татыу ғаиләләй бергә туплай алған директорыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинованың да өлөшө ҙур. Шуға барыһына ла рәхмәтлемен”, — ти. Атай-әсәйҙәргә лә әйтер һүҙен еткерҙе: балалар татыу, һау-сәләмәт, рухлы, мәҙәниәтле ғаиләлә генә үҙҙәрен бәхетле тоя. Шундай ғаиләләр ишәйһә, илебеҙҙең киләсәге ныҡлы булыр тигән теләктә. Тормошҡа, матурлыҡҡа, тәбиғәткә, йыр-моңға, туған телебеҙгә ғашиҡ педагогтың йәшендәй йәшнәп йәшәр көндәре алда әле.


Вернуться назад