Кәрт теҙмәһе кеүек ишелгән…20.03.2013
Баш ҡаланың “Аҡбуҙат” ипподромы эргәһендә төҙөлә башлаған бина емерелгән.

Был хәл 18 мартта төнгө сәғәт 1-ҙә булған, тап ошо сәбәплелер инде, ҡорбандар юҡ. Дүрт ҡатлы бина республиканың Каратэ федерацияһы заказы буйынса һалына башлаған, бында уның офистары, спорт тауарҙары магазины урынлашырға тейеш булған. Төҙөлөштө “Прогресс” йәмғиәте алып барған.
Тәүҙә өҫтәге ҡат емерелгән, уның артынса кәрт теҙмәһе кеүек башҡалары ла ишелеп төшкән. Әлегә “Башнефтестрой” фәнни-тикшеренеү институты эксперттары һәләкәттең сәбәптәрен асыҡлай. Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, эшселәр бетон кибеп өлгөрмәҫ элек уның ҡоршауын һүткән булған, бынан тыш, өҫкө ҡатта йыйылған ҡар, уны ауырайтҡан ямғыр ҙа кире йоғонто яһаған.

Рөстәм МӘҒСҮМОВ, Башҡортостандың Каратэ федерацияһы рәйесе:
— Ишелеүҙең сәбәптәре тураһында һөйләргә иртәрәк. Минеңсә, бина бағаналарының береһе урынынан шылған. Ике көн дауамында яуған ямғыр, ҡарҙың шәп иреүе лә булышлыҡ иткәндер. Федерация төҙөлөштөң заказсыһы булһа ла, инвесторы — төҙөлөш ойошмаһы. Тимәк, сығымдар беҙҙең иңгә төшмәй.


Вернуться назад