Шифаханаларға яҡын барырлыҡ түгел20.03.2013
Н. Хәсәнова «Мысырға ҡыҙыҡмағыҙ» тигән яҙмаһында республика шифаханаларын маҡтап телгә алғайны («Башҡортостан», 2013 йыл, 11 ғинуар). Бәхәс юҡ, күптәр Башҡортостанда ял итергә теләр ине. Шул уҡ ваҡытта Мысыр, Төркиәгә путевка байтаҡҡа арзан булыуы һәр кемгә мәғлүм.

Абруйлы вәкилдәрҙән, космонавтарҙан, льготалы йүнәлтмә тәтегән граждандарҙан тыш, Рәсәйҙең ябай халҡына курорттарға юл ябыҡ, тип әйтергә була. Тимәк, үҙебеҙҙә ҡалдырырлыҡ байтаҡ аҡса сит илгә китә түгелме? Ил мәнфәғәтен дә уйларға кәрәк бит. Башҡортостан ял йорттарына путевка хаҡын ябай кешеләрҙең хәленән килерлек итеп төшөрөү кәрәктер. Минең уйланыуҙан фәтүә булмаҫ, ә бына шифахана етәкселәре, дәүләт органдары кәңәшләшһә, яңы тәҡдим-фекерҙәр тыуһа, мәсьәләне яйға һалыуҙың берәй юлы табылыр, моғайын.


Вернуться назад