"Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығының киңәйтелгән ултырышында тармаҡтың үҫешенә баһа бирелде һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Идаралыҡ директоры Ирек Миңлевәли улы ҒӘЛИМОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.
– Былтырғы эшкә йомғаҡ Бәләбәйҙә яһалды. Ни өсөн Өфө түгел. Уйлап ҡараһаң, республика әһәмиәтендәге кәңәшмә бит.
– Бындай ҙур сараларҙы баш ҡаланан ситтә ойоштороу йолаһын былтыр башланыҡ. Яңы эш алымының отошло яҡтары етәкселек өсөн бихисап: урындағы хәл-торошто күреү мөмкинлеге ҙур, тәжрибә уртаҡлашыу, сағыштырыу йәһәтенән дә уңайлы. Өҫтәүенә сараны әҙерләгән төбәк вәкилдәре үҙендә ҙур яуаплылыҡ тоя. Был юл үҙен шунда уҡ аҡланы, тип әйтәм алам. Уны киләсәктә лә дауам итергә уйлайбыҙ.
– Тармаҡтың былтырғы эшен нисек баһалайһығыҙ? Хат яҙыусылар арттымы?
– Әгәр беҙҙең предприятиеның төрлө яҡтан алынған килемен сағыштырып ҡараһаң, йыл йомғаҡтарына ярашлы, почта хеҙмәттәре ныҡ ҡына үҫешкән. Барыбер ҙә почта тәү сиратта үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәргә – хат, посылка һәм гәзит-журналды ваҡытында алып барып еткерергә тейеш. Ә инде эш күләменең артыуы һәм килемдең күбәйеүе – почта хеҙмәтенең киләсәге өмөтлө буласағына ишара.
– Уның ҡарауы, почтаны йыш ҡына традицион хеҙмәт күрһәтеү сифаты өсөн тәнҡитләйҙәр.
– Был дөрөҫ тә. Килеп сыҡҡан хәлде почта инфраструктураһының көйләнмәүе менән аңлатырға мөмкин. Ябай ғына миҫал килтерәм. Республика халҡының 60 проценттан ашыуы ҡалала йәшәй. Шул уҡ ваҡытта почта бүлексәләренең 20 процент самаһы нәҡ ҡалаға тура килә. Улар етешмәй бында. Ҡала бүлексәләренең эше шул тиклем тығыҙ, ә инде клиенттарҙың талабы артыуы тураһында телгә алыу артыҡ. Шуға бәйле хеҙмәтләндереүҙең сифатына ҡарата ялыуҙар ҙа арта. Бынан тыш, түбәндәге парадокс менән бәрелештек: почта хеҙмәте күрһәтеүҙән күпме генә килем алмайыҡ, ул сығымды ҡапламай. Билдәләнгән тарифтар нығынған һәм үҙҡиммәтенән түбән. Хеҙмәттәрҙе күп күрһәткән һайын, финанс хәлебеҙ ҡатмарлаша ғына.
– Ә почта хеҙмәтләндереүе сифаты шул уҡ кимәлдә ҡала, тиеү дөрөҫмө?
– Рәсәй почтаһында субсидиялау булыуы ғына хәлде ҡотҡара. Ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеүҙән барлыҡҡа килгән зыянды табышлы эшләүсеһе, юғары рентабеллеһе, ҡаплай. Бөгөн бүлексәләр һәр төрлө түләү ҡабул итә, аҡса күсерә. Ҡыҫҡаһы, финанс хеҙмәттәрен дә күрһәтәбеҙ, хатта сауҙаға ла тотондоҡ. Быларҙың барыһы ла заман менән бергә атларға яҡшы булышлыҡ итә, ә төшөмдө тармаҡты яңыртыуға һәм хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға сарыф итәбеҙ. Урындарҙа ҡайһы бер хакимиәттәрҙең уңайлы бинаны ҡуртымға биреүе, әлбиттә, ҙур ярҙам.
– Ирек Миңлевәли улы, килеп тыуған хәлдән сығыу юлын күрәһегеҙме?
– Эксперттар Рәсәй почтаһы үҫешенең өс вариантын эшләне. Беренсенән, хәҙерге эш алымын хуплау һәм әкренләп инфраструктураны үҙгәртеү. Бының өсөн дәүләттән даими финанс ярҙамы кәрәк. Икенсенән, үҙен аҡламаған сығымдарҙы кәметеү зарур, тәү сиратта почта элемтәһе бүлексәләре селтәрҙәрен ҡыҫҡартыу иҫәбенә. "Үтә юғары нормативҡа ҡараған бүлексәләр" тигән төшөнсә йәшәй. Хөкүмәт раҫлаған норматив буйынса, ауыл категорияһынан сығып, бер элемтә бүлексәһе билдәле һандағы кешеләрҙе генә хеҙмәтләндерергә тейеш. Унан артһа – ныҡ юғары норматив һанала. Мәҫәлән, Башҡортостанда ошо ныҡ юғары категорияға ҡараған ике йөҙҙән ашыу ауыл бүлексәһе бар. Уларҙы тот та хәҙерҙән яп! Шул уҡ ваҡытта почта хеҙмәтенә тарифты рентабелле эшләү кимәленә еткерергә мөмкин. Селтәрҙең килемен күтәреү гарантияланған. Ә артып ҡалғанын бүтән бүлексәләргә ебәрергә. Ғөмүмән, почта – ул социаль предприятие һәм яуаплы эш биреүсе. Әммә бөтәһе өсөн дә өсөнсө вариант – логистиканы һәм технологик процесты үҙгәртеү иҫәбенә күрһәткән хеҙмәттәр күләмен үҫтереү – өҫтөнлөклө һанала. Шулай иткәндә генә маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин.
– Эш күләме ҡайҙан алыныр һәм логистиканы үҙгәртеүҙе нисек аңларға?
– Посылка миҫалында төшөндөрәм. Бөгөн бөтә донъя буйынса Интернет-сауҙа әүҙем үҫешкән. Беҙ ҙә унан ситтә ҡалмайбыҙ. Хәҙер Башҡортостанға килгән посылкаларҙың 80 проценты интернет-магазиндың өлөшөнә тура килә. Оҙатылған посылка ҡабул ителгәненә ҡарағанда әҙерәк булһа ла, киләсәктә ул мотлаҡ үҫәсәк. Республикабыҙҙа ике йылда интернет-магазиндар һаны өс тапҡырға тиерлек артҡан. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоров белдереүенсә, электрон коммерция менән тауарҙы оҙатыуҙа фантастик үҫеш күләмен көтәбеҙ. Ә бының өсөн тиҙлекте арттырыу һәм ышанысты яулау зарур. Шул маҡсатта Рәсәй почтаһы илдә автоматлаштырылған 25 ҙур айырыу үҙәге төҙөргә уйлай. Хәйер, үҙ иҫәбенә төҙөлгән икәү файҙаланыуға тапшырылды ла инде.
Уны көтмәйенсә лә логистик схеманы үҙгәртеп ҡорорға мөмкин, был мотлаҡ ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Мәҫәлән, былтыр Көньяҡ Уралға почта оҙатыуҙы тиҙләтеү мәсьәләһен хәл иттек. Ярты быуаттан ашыу ул тимер юл транспорты ярҙамында барҙы. Беҙҙең эш тауар поездарының нисек йөрөүенә бәйле ине, был тотҡарлыҡҡа килтерҙе. Логистиканы үҙгәртеү тиҙлекте арттырҙы, почта ташыуҙағы сығымдарҙы ла кәметте.
Бынан тыш, ҡала эсендә посылка һәм заказлы корреспонденция таратыуҙы ла тиҙләтәсәкбеҙ, йортҡа тиклем килтереү ҙә күҙ уңында тотола, интернет-магазинды үҫтереү тәңгәлендә лә әүҙемлек талап ителә.
– Киләсәктә почтаны нимә көтә?
– Әле Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы "Почта элемтәһе тураһында"ғы закон проекты нигеҙендә почтаны яңыртыуға бәйле инвестициялар планының финанс моделен эшләй, ул тамамланыу алдында. Планда, дәүләт органдары күҙлегенән сығып, тармаҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнә. Традицион эш алымынан тыш, уға электрон хеҙмәт күрһәтеү һәм дәүләт хеҙмәте лә инәсәк. Ул дөрөҫ тә, сөнки кәрәкле техника менән йыһазландырылған бүлексә селтәрҙәре тик беҙҙең илдә генә бар. Республикалағы 1 277 бүлексәнең 90 проценттан ашыуында интернеттың булыуы күпте һөйләй. Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был мәсьәлә Хөкүмәт рәйесе ҡарамағына тәҡдим ителергә тейеш. Персонал һаҡланасаҡ, тейешле эш хаҡы менән тәьмин ителәсәк.
– Рәсәй почтаһын акционерлаштырыу көтә тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Ни өсөн кәрәк был мәшәҡәт? Унан килеп, табышҡа ҡарағанда юғалтыу күберәк булмаҫмы?
– Федераль почта операторы акционерлаштырылған осраҡта, акциялар тулыһынса дәүләттә ҡаласаҡ. Акционерҙар йәмғиәтенең статусы юғары, үҙ сиратында тармаҡҡа күберәк инвестициялар йәлеп ителеүе ихтимал, ә Федераль дәүләт унитар предприятиеһы быға юл ҡуймай. Инвестициялар тармаҡты яңыртыуға йүнәлтеләсәк. Һүҙ ҙә юҡ, күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифаты яҡшырасаҡ, әйтеүемсә, алда өр-яңы мөмкинлектәр асылыр. Элеккесә хат яҙыу ҙа юғалмаҫ. Дәүләт почтаның социаль хеҙмәттәренә тарифты, ғәҙәттәгесә, артабан да көйләйәсәк.
– Ирек Миңлевәли улы, ентекле яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.