Ҡыҫҡаса20.03.2013
Рәсәй үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны буйынса донъяла алтынсы урынды биләй, ә балалар һәм үҫмерҙәр суициды йәһәтенән Европала тәүге урында тора.
* * *
Былтыр “Росздравнадзор” тарафынан 906 мең ҡап сифатһыҙ дарыу тартып алынған.
* * *
Киләһе йылдан Ҡораллы Көстәрҙә махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр барлыҡҡа киләсәк. Ул йылға, күл, диңгеҙ ярҙарындағы хәрби хәрәкәттәрҙә файҙаланыласаҡ.
* * *
Рәсәй Олимпия комитетының элекке вице-президенты Әхмәт Билалов немец дауаханаһынан сыҡҡан, ошо көндәрҙә уның Рәсәйгә ҡайтыуы көтөлә. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
* * *
Рәсәйҙә сит ил банктарын асыуҙы тыйыу хаҡында фекер алышыу бара.
* * *
Бөгөн илдә 18 мең ғаилә уллыҡҡа бала алыуға сиратта тора.
* * *
АҠШ-та – 264, Бөйөк Британияла – 12, Бразилияла 17 шәхси төрмә бар.
* * *
Тиҙҙән Дәүләт Думаһында фатирҙы ҡуртымға биреү буйынса коммерцияға ҡарамаған фонд булдырыу хаҡында закон проекты ҡараласаҡ.
* * *
Япония халҡы 2011 йылдың 11 мартындағы фажиғәне бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Ҡот осҡос афәттә 15 мең 881 кеше һәләк булған, ә 2 мең 668-е һаман да хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
* * *
Дмитрий Медведев күп балалы ғаиләләрҙе, инвалид сабыйҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн махсус медицина полисы булдырырға тәҡдим итә.
* * *
Пермь крайының Ромоново ауылында ерән төҫтәге ҡар яуған.
* * *
Рәсүл Мирзаев спортҡа кире ҡайтып, күптән түгел хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатында ике көрәштә еңде.
* * *
2012 йылда Башҡортостанда 14,9 миллион тонна нефть сығарылған.