Енәйәт һәм яза20.03.2013
Законға үҙгәрештәр индерелде
420-се Федераль законға ярашлы, Рәсәйҙең Енәйәт кодексындағы 50-се статьяға үҙгәрештәр индерелде. Быға тиклем холоҡ төҙәтеү сараларына эшһеҙ кешеләр генә мәжбүр ителә ине, яңы ҡануниәткә ярашлы, судьялар граждандарҙың бөтәһенә лә бындай хөкөмдө сығара ала.
Әгәр хөкөм ителеүсенең даими эш урыны булһа, ул холоҡ төҙәтеү маҡсатында шунда йүнәлтелә. Эшһеҙҙәр иһә йәшәгән ере буйынса урындағы үҙидара органдары тарафынан тәғәйенләнгән эшкә ебәрелә. Холоҡ төҙәтеү ваҡытының ике айҙан ике йылға тиклем билдәләнеүе ихтимал. Был осраҡта эш хаҡының 5 проценттан 20 процентҡа тиклеме дәүләт иҫәбенә тотола. Беренсе группа инвалидтары, ауырлы һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатындар, хәрби хеҙмәттәгеләр, контракт буйынса армияға алынғандар был статьяға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла алмай.
"Кәкүк әсәй"ҙе хөкөмгә тарттырҙылар
Бәлиғ булмаған балаһын ҡарамаған һәм алимент түләмәгән ата-әсәләрҙе Рәсәй Енәйәт кодексының 156-сы статьяһына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Яңыраҡ Өфө ҡалаһының Совет районы мировой судьяһы әсәлек бурыстарын үтәмәгән ҡатындарҙың береһенә хөкөм ҡарары сығарҙы.
Әсәй кеше "ҡырын тейәргә" яратҡан. Өйөндә әшнәләре менән наркотик та етештергән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Ғаиләнең хәле мөшкөл булғас, бала ас ултырған. Әсә кеше уны ҡайыш менән "тәрбиәләүҙән" тартынмаған. Ҡыҙҙың ошондай шарттарҙа үҫеүен белеп, әсәһен йыш ҡына бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға саҡыртҡандар, иҫкәрткәндәр, ләкин сара һөҙөмтә бирмәгән.
Былтыр йәй наркотик ҡулланған, лаяҡыл иҫерек әсә 1995 йылғы ҡыҙын туҡмаған, өҫтәл лампаһы менән башына һуҡҡан. Был ҡылығы өсөн ҡатынды яуаплылыҡҡа тарттырҙылар. Мировой судья уны ғәйепле тип таныны һәм, иҫкәртеү яһағандан һуң, холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп иттеләр.
Алимент түләмәһәң...
Өфөлә йәшәүсе 38 йәшлек ир хәҙер инде 11 йәшкә еткән малайына 2007 йылдан алып алимент түләмәгән. Быға тиклем суд приставтарынан даими иҫкәртеү алып килһә лә, атайлыҡ бурысын үтәүҙән баш тартҡан. Әммә ул яңыраҡ хөкөм эскәмйәһенә ултырҙы.
Ошо арауыҡта уның бурысы 350 мең һумға еткән. Суд барышында ир үҙ ғәйебен таныны һәм, тиҙ арала эшкә урынлашып, бурысын түләргә вәғәҙә итте. Суд ҡарары нигеҙендә "атай" алты айлыҡ холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителде. Эш хаҡының 5 проценты дәүләт файҙаһына күсереләсәк.