Ил именлеге — улар ҡулында19.03.2013
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторолоуға 95 йыл тулды. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов чекистарҙы һәм ветерандарҙы ҡотланы, шулай уҡ тантаналы йыйылышта ҡатнашып, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Был өлкәлә эшләүселәрҙең көндәлек хеҙмәте дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле. Уларҙың эше күҙгә салынмай, хатта ниндәйҙер кимәлдә ябыҡ тип әйтһәң дә була. Шулай ҙа граждандарҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәтен һаҡлауҙа уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уларҙың эшенә лайыҡлы баһа бирҙе.
— Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән тәбрикләйем, — тине ул. — Именлек хеҙмәте XX быуат тарихында илдең суверенитетын һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған. Бөгөн дә мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҙур яуаплылыҡ менән атҡараһығыҙ. Йылдан-йыл иҡтисади баҙар, сәйәси тәьҫир өсөн көрәш көсәйгәндән-көсәйә. Бындай шарттарҙа эшләү һеҙҙән айырыуса ҡыйыулыҡ һәм белдеклелек талап итә. Тәү сиратта терроризмға, милли һәм дини низағ тыуҙырырға маташыусы ҡотҡосоларға ҡаршы көрәш буйынса эште билдәләп үтке килә. Был йәһәттән Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының емешле эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып китер инем. Былтыр республикала эш йәйелдерергә маташҡан халыҡ-ара террористик ойошмаларҙы асыҡлауға өлгәштегеҙ. Уларҙың әүҙем ағзалары хөкөмгә тарттырылды. Федераль эҙләүҙә булған кешеләр ҡулға алынды. Коррупцияға ҡаршы алып барған көрәшегеҙ айырыуса юғары баһаға лайыҡ. Былтыр именлек хеҙмәткәрҙәре федераль бюджеттан айырым маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыуға бүленгән 340 миллион һум аҡсаны ҡулға төшөрөргә маташҡан намыҫһыҙ чиновниктарҙы ҡулға алды. Шулай уҡ республика ҡаҙнаһынан 740 миллион һумды “елгә осороу”ға юл ҡуйманығыҙ. 1,2 миллиард һумлыҡ дәүләт милкен законһыҙ һатырға ниәтләүселәр тотолған.
Өфө һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара саралар үҙәгенә әүерелде. 2015 йылда баш ҡалабыҙҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәк. Тәү сиратта сараларҙа ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү фарыз, бынан тыш, донъя кимәлендәге сараларға әҙерлек мәлендә сығымдарҙы маҡсатлы файҙаланыуҙы контролдә тотоу ҙа кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы, сығышын йомғаҡлап.


Вернуться назад