Гәзиттә фекер алышайыҡ19.03.2013
Гәзиттә фекер алышайыҡРәвиҙә Мәүли ҡыҙы ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА, Борай районының Оло Баҙраҡ ауылы хакимиәте башлығы:
– Оло Баҙраҡ ауыл хакимиәте ҡарамағында ун ауыл бар. Һәр береһендә тормош үҙенсә гөрләй.
Беҙгә Хөкүмәттән квартал һайын йөҙ мең һум аҡсаның бирелеүе, һүҙ ҙә юҡ, ҙур ярҙам. Уны халыҡ мәнфәғәте өсөн тотонабыҙ, мәҫәлән, сираттағыһын урамдарҙы яҡтыртыуға йүнәлттек. Төрлө саҡ була, ҡайһы берҙә почтальондар гәзит-журналды киске сәғәт биштә-алтыла, хатта етелә тарата. Ҡыш иртә ҡараңғы төшә, хәҙер уларға өй беренсә йөрөүе бик уңайлы. Хәйер, мәктәптә йәки клубта ойошторолған саралар ҙа һуң бөтә бит. Һәр кем ялт итеп торған урамдан өйөнә ҡайта.
Старосталарҙың ярҙамы ҙур, матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға ла улар теләп ҡушыла. Әйткәндәй, беҙҙә тиҫтәнән ашыу журнал һәм гәзит алдырған өлгөлө ғаиләләр бар. Айырым алғанда, гәзиттәр ауыл мәсьәләләренең төбөнә төшөп, уны киңерәк һәм даими яҡтыртһа ине. Әйтәйек, хужалыҡ тарҡалһа, кем ҡыш юлды таҙартыр? Был — ҙур проблема.
Ауылда иң мөһиме – эш урыны булһын. Шул саҡта ғына ул йәшәйәсәк. Мәктәптең ябылыуы, клуб ишегенә йоҙаҡ эленеүе уның юҡҡа сығыуына килтерә, был көн кеүек асыҡ. Шундай елдәр беҙҙең тарафҡа ла килеп етмәһә ине. Ошо хаҡта гәзит аша фекер алышыу насар булмаҫ.


Вернуться назад