Тейешле саралар күрелә19.03.2013
Сипайлово биҫтәһендә ташҡындан һаҡлай торған дамба төҙөлөшөн дауам итеүгә 165,08 миллион, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 90,08 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала.
Кама бассейны округы советы ултырышында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итеүенсә, Ҡариҙел йылғаһында ташҡынға ҡаршы дамба 2012 — 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәйҙең һыу хужалығы комплексын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы төҙөлә.
Бынан тыш, быйыл Ҡариҙел йылғаһындағы Павловка һыу һаҡлағысының яр буйы һыҙаттары һәм һыу һаҡлау зоналары сиген билдәләү эше башланасаҡ. Ул ике йылға иҫәпләнә. Министр әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә 410 саҡрымлыҡ һыу һаҡлау зонаһына тейешле билдәләр ҡуйыласаҡ.
Быйыл шулай уҡ Ауырғазы, Борай, Стәрлебаш, Миәкә райондарында, Сибай ҡалаһында йылға таҙартыу буйынса саралар тормошҡа ашырыласаҡ.