Етем балаларға — фатир19.03.2013
Благовещен районы хакимиәтендә ошо көндәрҙә иҫтәлекле ваҡиға булды. Урындағы хакимиәт башлығы Фәрит Фазылов етем балаларға күп ҡатлы яңы йорттағы бер бүлмәле фатир асҡыстарын тапшырҙы.
— Республикала һуңғы йылдарҙа етемдәргә торлаҡ бүлеүҙә ыңғай үҙгәреш күҙәтелә, — тине район башлығы тантанала. — Беҙҙең районға килгәндә, 2011 йылда — дүрт, былтыр 11 етем өй туйланы. Быйыл хакимиәт алдында 30 баланы фатир менән тәьмин итеү бурысы тора. Шуға күрә торлаҡ төҙөлөшөн киңәйтергә кәрәк.
Етемдәрҙең барыһы ла балалар йортында тәрбиәләнмәгән. Ҡайһы берәүҙәр ғаиләлә яҡын туғандарында йәшәгән. Мәҫәлән, Алена Строева ата-әсәһе вафат булғандан һуң апаһында тәрбиәләнгән. Мәктәпте тамамлап, колледжда бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен алған. Тормош иптәше Николай менән дә шунда танышҡан. Бөгөн йәш ғаиләнең сабый балаһы бар, тимәк, торлаҡҡа ихтыяж ҙур.
— Яңы йорттан ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә фатир биргәндәре өсөн район хакимиәтенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, — ти Алена. — Торлаҡлы булыуыбыҙға бик шатмын.