Ҡаланың экологик хәле нисек?19.03.2013
Күптән түгел Салауат ҡала Советының рәсми сайтында сираттағы социологик тауыш биреү тамамланды. Ҡаланың экологик хәл-торошона арналған тикшеренеүҙә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Респонденттарҙың 95 проценты ҡаланың экологик хәле өсөн борсола, ә 97 проценты, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы һаулыҡҡа зыян килтерә, тип фаразлай. Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 35 проценты ҡалалағы экологик хәлде яҡшыртыу өсөн бер нисә сәнәғәт предприятиеһын ябырға кәрәк тип уйлаһа, 29 проценты бының өсөн ҡаланы йәшелләндереү ярҙам итәсәк тигән фекерҙә. Респонденттарҙың барыһы ла тип әйтерлек ҡала биләмәһен таҙартыу, экологик өмәләр ойоштороу мотлаҡ тип һанай. Салауат ҡалаһы хакимиәте ҡала биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыуға ҙур иғтибар бирә. Бындай сараға, ғәҙәттә, бар халыҡ йәлеп ителә: мәктәп уҡыусылары, предприятие эшселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре өмәгә сыға.
Ҙур мегаполистарҙа экология проблемаһын хәл итеү маҡсатында сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыла. Ошо хаҡтағы һорауға салауаттар төрлөсә яуап биргән: 50 проценттан ашыуы, бындай контейнерҙарҙы мотлаҡ ҡулланасаҡбыҙ, тип раҫлай, 27 проценты, бер ҡасан да ҡыйҙы айырып йыймаясаҡмын, тип белдерә, 17 проценты был һорауға яуап бирергә ҡыйынһына. Ҡала етәкселәре сүпте айырып йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләһенә ыңғай ҡарай, тик салауаттарҙың яуабы был эштең һөҙөмтәле буласағына шик тыуҙыра.
Шулай ҙа Салауат халҡы һорау алыуҙа ихлас ҡатнашҡан, һәм был замандаштарыбыҙҙың экологик хәлгә битараф булмауын дәлилләй.


Вернуться назад