Сәсте тәрбиәләү18.11.2011
Эҫе ҡояш аҫтында йөрөү, йыш буяу, химик бөҙрәләтеү арҡаһында сәс тәбиғи матурлығын юғалта: һыныусанға әйләнә, төҫһөҙләнә, ҡойола. Уны элекке хәленә ҡайтарыу, сәләмәт төҫ биреү өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
1. Йыуғандан һуң баҫыу ҡырҡбыуыны төнәтмәһе менән сайҡатыу сәсте ялтырата, нығыта. Төнәтмәне әҙерләү ысулы: ваҡлап туралған баҫыу ҡырҡбыуынына 1 литр ҡайнаған һыу ҡойорға. Ярты сәғәт үткәс һөҙөп алырға. Ошо шыйыҡса менән көн аша сәсте сайырға.
2. Сәскә дегәнәк майы һөртөү бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Уға виноград төшөнөң майын, өс тамсы миндаль майын һәм бер йомортҡаның һарыһын ҡушып, йыуғанға тиклем ике сәғәт алдан сәскә һөртөргә, 30 минуттан йыуырға.
3. Дөрөҫ туҡланыу ҙа сәсте нығытыуға булышлыҡ итә. Кальцийға бай аҙыҡты, ярма, бауыр, ҡарағусҡыл-йәшел төҫтәге йәшелсәне, ҡош итен күберәк ашағыҙ. Уларҙа сәсте ялтыратыусы В төркөмө витаминдары бар. Шулай уҡ А витамины күп булған аҙыҡ-түлектән дә баш тартмағыҙ. Ундайҙарға кишер, аҡ май, һөт ризыҡтары, йомортҡа һарыһы инә. Организмға Е витамины етмәһә, сәс һыныусанға әүерелә. Был витаминға шпинат, сәтләүек, көнбағыш, һоло ярмаһы һәм һөмбаш ите бик бай.


Вернуться назад