Туғандарҙың осрашҡан сағы...19.03.2013
Ҡатай башҡорттары тураһында махсус монография талап ителә

Оҙонлоғо 918 саҡрым тәшкил иткән Ҡариҙел йылғаһы Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһынан алыҫ түгел Ҡарабаш тауы итәгендәге бәләкәй генә Өфө күленән тар ғына һыҙат рәүешендә һарҡып сыға, шунда ул эреле-ваҡлы Ҡусҡамыш, Теша, Тахта, Урайыл, Табыҫҡы, Үсҡаты, Арғанса, Мәлтуға кеүек ҡолағыбыҙға ят булып ишетелгән байтаҡ йылғаларҙы артынан эйәртеп алып китә.

Силәбе, Свердловск өлкәләрен үткәс, ул киҫәк кенә көньяҡҡа боролоп, Ҡариҙел районына килеп инә. Бында ул Әй һәм Йүрүҙән йылғаларын да ҡосағына алғас, ҡапыл киңәйеп, тәрәнәйеп китә һәм исемен дә урындағы халыҡ "Ҡариҙел" тип йөрөтә башлай. Павловка һыу һаҡлағысын үткәс, йәнә Өфө йылғаһына әйләнә һәм Ағиҙелгә барып ҡушыла. Йылға ярҙарын төйәк иткән халыҡ уны төрлөсә атай. Тәүҙә ул Өфә, Өпө булып йөрөй, һуңынан Ҡариҙелгә әйләнә. Артабан "Уфа", "Уфимка" исеме менән Ағиҙелгә барып ҡоя. Быға, бәлки, яр буйҙарында төрлө ырыу кешеләренең йәшәүе лә сәбәптер.
Сөнки Ҡариҙел ярҙарын ҡатай, оло ҡатай, урта ҡатай, бала ҡатай, ҡара ҡатай (тик бына аҡ ҡатайҙар ғына юҡ араларында һәм ул булырға тейеш түгел дә), өпәйҙәр, һыҙғылар, әйлеләр, меңдәр төйәк иткәнгә йылғаның атамаһы ла төрлөсә йөрөтөләлер.
Әле алтмышынсы йылдар урталарында уҡ (йәғни студент саҡта) был юлдарҙың авторы "Совет Башҡортостаны" гәзитендә ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың кәңәше һәм ярҙамы менән "Аҡ ҡатайҙар булғанмы?" тигән мәҡәлә баҫтырып сығарғайны һәм "Белокатай"ҙы "Балаҡатай"ға әйләндерергә тәҡдим индергәйне. Ер йөҙөндә аҡ ҡатайҙар бер ҡасан да булмаған, ә тик оло һәм бала ҡатайҙар ғына бар һәм тарихи дөрөҫлөктө аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, тине ул. Әммә ул йылдарҙағы коммунистик власть чиновниктары уны ҡолаҡтарына ла элмәне. Йылдар үтә тора, ә бәхәс һаман туҡталғаны юҡ. Ул турала Әсләм Арыҫланов 2011 йылда "Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы" тигән китабына былай тип яҙҙы: "Төп халыҡтың үҙ ҡоролтайҙарында ул тупаҫ хатаны төҙәтеү тураһында күп тапҡыр талап итеүенә ҡарамаҫтан, еңел генә үҙгәртелә торған "Балаҡатай" атамаһы әле һаман хәл ителмәй килә".
Ана шул тулы һыулы һәм күп атамалы йылға буйында Балаҡатай районының Билән ауылы эргәһендәге киң аҡланда ҡатай башҡорттары араларҙы яҡынайтыу, йылдар буйы туҙып, өҙөлөп бөтә яҙған туғанлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында йыйылды был тәүге оло ҡорға. Ул "Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны" тип аталһа ла, уға алыҫ юлды яҡынайтып, әйле башҡорттары ла, гәйнәләр ҙә, һалйоттар ҙа, терәлеп ятҡан Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайында көн күргән милләттәштәребеҙ: танып, бәкәтин (мәкәтин), өпәй, һеңрән ырыуҙары вәкилдәре лә килгәйне. Бәлки, шуғалыр ҙа уйын-көлкө менән генә түгел, бәлки, йыйылған проблемаларҙы, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып, етди һөйләшеү менән үтте.
Әммә бөгөн дә ҡатайҙар үҙҙәрен яңғыҙ һиҙмәй. Өфөнән алыҫ йәшәһәләр ҙә, телдәрен дә Баймаҡ башҡорттарынан айырып алып булмай, кейемдәре лә милли зауыҡ менән биҙәлгән, йырҙары ла моңло.
Балаҡатай районының Билән ауыл хакимиәте башлығы Альберт Абдуллин тәҡдиме менән ойошторолған был ғәҙәти булмаған йыйынға район етәкселәренән тыш, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Хөкүмәт архивы идаралығы начальнигы урынбаҫары Илфат Ғәлләмов, Башҡортостан Фәндәр академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры Илгиз Солтанморатов, Ҡыйғы районының Абзай ауыл хакимиәте башлығы Илһам Ғимаҙиев, Балаҡатай район Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Нәғим Ҡәйүмов, Ҡаҙағстандың "Милли демократик" халыҡ-ара берләштерелгән экспедиция ағзаһы, философия фәндәре докторы Жаксылыҡ Сабитов, Свердловск өлкә башҡорттары үҙәге рәйесе Фәймә Йосопова, Үрге Өфәлей ҡалаһының "Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Ғәлләм Сабитов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Мәсғүт Миңлеғәлин һәм башҡа эреле-ваҡлы түрәләр саҡырылғайны.
Ҡорҙо асып, Альберт Абдуллин был ғәҙәти булмаған йыйын ҡунаҡтарын ҡотлай. Йыйынды артабан алып барыусы эшҡыуар Айрат Дилмөхәмәтов Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Радик Ғариповтың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерә.
Шулай ҙа сығыштарҙың иң сағыуы һәм йөкмәткелеһе ҡаҙаҡ ғалимы Жаксылыҡ Сабитовтыҡы булғандыр. Уның фараз итеүенсә, ҡатайҙарҙың ата-бабалары — "кидан" ҡәбиләһе — Х быуатта уҡ Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала. Уларҙың бер өлөшө ҡылыстан үткәрелә, икенселәрен бала-сағалары менән үҙҙәренә ҡушалар. Улар үҙ телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалта. Өсөнсөләре иһә үҙ тарихына, традицияһына, шәжәрәһенә хыянат итмәү маҡсатында көнсығыш тарафтарына күсенә-күсенә төрки телле башҡорттар араһына килеп инә һәм уларҙың телдәрен үҙләштерә, үҙҙәренән дә яңы элементтар өҫтәй һәм йылдар, быуаттар һуҙымында "ҡатай" башҡорттары булып ҡалыплаша.
"На своей земле вотчинной" (Үҙ аҫабалыҡ ерендә...") китабында Илфат Ғәлләмов, Рәйес Ҡотошов, Рәмил Дилмөхәмәтовтар был фекерҙе тағы ла киңәйтеп, тәрәнәйтеп ебәрә һәм ғилми яҡтан үҙҙәренсә баһа бирмәкселәр.
“Ҡатай ҡәбиләһенең килеп сығыуы кидандар (кидан-ҡытай), йәғни ҡара ҡытайҙарға бәйле, — тип яҙа улар. — Кидандар һәм уларҙың алмашсылары — ҡара-ҡытайҙар III — IV быуаттарҙан, йәғни монгол яуына тиклем үк билдәле”.
Тарихи ауыҙ-тел ҡомартҡылары ҡатайҙарҙың көнсығыш халҡы икәнлеген раҫлай һәм Алтай тауҙарын, Иртыш уйһыулыҡтарын, Урта Азияны үҙҙәренең алыҫ Ватаны итеп иҫәпләй.
Башҡортостанға килеп төпләнгәнгә тиклем бөгөнгө ҡатайҙарҙың ата-бабалары — ҡара-ҡытайҙар байтаҡ ваҡыт Кавказ итәктәрендә, Волга, Дон ярҙарында, Ҡырымда күсенеп йөрөй. Башҡортостанға кире боролғанда, уларға йәнә Волганы кисергә кәрәк була. Тимәк, боронғо легенда менән боронғо ҡатайҙар араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ бар һәм уны артабан дауам итеү, киңәйтеү, тәрәнәйтеү, фән нигеҙенә һалып иҫбатлау — киләсәк быуындар бурысы. Риза Фәхретдинов әйтмешләй: "Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш!"
Ҡатайҙарҙың үҙҙәренән дә үҙ тарихын яҙырҙай шәхестәр байтаҡ сығыр, киләсәктә лә сығасаҡ тигән өмөт бар, сөнки улар былай ҙа арбанан төшөп ҡалмаған бит. Күренекле ҡатайҙар — Зәки Вәлидиҙең арҡаҙаштары — Абдулҡадир Инан, Ғәлимйән Таған, Шәриф Манатов, геолог Ҡадир Тимерғазин, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әүәл Һунаршин (уға районда һәйкәл ҡуйыу тураһында ла уйларға кәрәктер балаҡатайҙарға), Башҡортостан комсомолының беренсе секретары, һуңынан ВЛКСМ үҙәк комитеты секретары Шәрифә Тимерғазина, күренекле философ, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Дамир Вәлиев, шағирҙар Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Кәтибә Кинйәбулатова, Әмир Чаныш, Мөхәмәтйәров Хәй, Динә Талхина, Рамазан Шәғәлиев кеүек шағирҙар, СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков (аптырамағыҙ: Белорет районы ла ҡатайҙарға инә бит, уларҙың инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай тигән ырыуҙары ла бар), Заһир Исмәғилев, Гөлли Мөбәрәкова, ғалимдар Фәнил Байышев, Хәмиҙә Байморатова, Зөбәржәт Шәйхисламова, Марат Мырҙанов, Рафаэль Дәүләтшин, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы авторы Фазлетдин Ислахов һәм башҡа арҙаҡлы кешеләре булғанда, кем ҡатайҙарҙы аҙ һанлы, күрекһеҙ ҡәбилә тип әйтергә батырсылыҡ итер икән? Тик уларҙы күрә, таный белергә кәрәк. Ҡатайҙар тураһында махсус монография төҙөп сығарыу ҙа көн үҙәгендә бөгөн. Тик тотонған кеше генә юҡ.
Өфө йылғаһы буйы башҡорттары тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы ла бер легендаға туҡталмаҡсымын. "Бынан 500 йылдан ашыу самаһы элек тип яҙа, мәҫәлән, ул хаҡта тыуған яҡты өйрәнеүсе, элекке Өфө-Шөгөр урта мәктәбе директоры, ә һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәре, үҙе Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районының Юлдаш-Ҡатай ауылында тыуып үҫкән Әсләм Арыҫланов, — Ҡатай тауында (ул хәҙер Нязепетровск ҡалаһының уртаһында ҡалған) Ҡатай тигән башҡорт байының ерҙәре һуҙылып киткән. Байҙың өс улы була: Ҡәйеп-Ҡатай, Юлдаш-Ҡатай, Бала-Ҡатай. Малайҙар үҫеп егет ҡорона еткәс, Ҡатай ҡарт оло улына — хәҙерге Ҡәйеп, Перевоз, Билән (ул саҡта был ауылдар булмай, әлбиттә), уртансыһы Юлдашҡа Өфө йылғаһы буйындағы уңдырышлы ерҙәрҙе бүләк итә. Бала-Ҡатай бөгөнгө районды үҙ ҡулына төшөрә. Йылдар, быуаттар үтеү менән малайҙарҙың исемдәре лә үҙгәрә: Оло-Ҡатай, Юлдаш-Ҡатай, Бала-Ҡатай. Оло-Ҡатайға ҡарт Ҡатай Өфәлей тауҙары аръяғындағы ерҙәрҙе лә бирә. Улар хәҙер Үрге Өфәлей, Ҡарабаш, Ҡыштым ҡалаларында, Арғаяш, Ҡоншаҡ (хәҙер Сосновка), Силәбе өлкәһенең башҡа райондарына таралып ултырған. Уртансы, йәғни юлдаш-ҡатай ырыуҙары ялан-ҡатай (хәҙерге Ҡурған өлкәһе), инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай, ҡара-ҡатайҙар иһә Белорет районынан көньяҡҡа тарала. Шулай итеп, ҡатай ырыуҙары бер-береһенән шаҡтай алыҫлаша, бер-береһен танымай ҙа башлай, бер-береһен онота. Быға Совет власы ла "үҙ өлөшөн" индерә, әлбиттә, һәм ҡатай ырыуҙары төрлө өлкә, край, республикаларға бүленеп бирелә.
Красноуфимск өйәҙенең Масҡара, Әшәй, Ҡәйеп, Майғазы, Кирәкәй ауылдары Билән волосына берләшеп, Балаҡатай районында ҡалһа, Юлдаш, Арыҫлан, Аптыраҡ Боғалыш, Һыҙғы, Әшит, Әртә, Өфө-Шөгөр һәм башҡа ҡайһы бер башҡорт ауылдарын көслөк менән Свердловск өлкәһенә ҡушалар. Батша самодержавиеһынан ҡалған "бүлеп ал һәм хакимлыҡ ит!" колониализмының асыҡ сағылышы була. Ҡасандыр көслө, ҡеүәтле, күп һанлы ҡәбилә ваҡ-ваҡ ырыуҙарға, түбә, араларға бүленеп юҡҡа сыға яҙа”.
Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы буйы башҡорттарының тәүге йыйыны ана шул проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә, ниндәйҙер маҡсатҡа, ҡарарға килеү уйы менән йыйылды ла инде һәм ул уйын, йыр-моңға ғына ҡалдырылманы, бәлки ҡатайҙарҙың киләсәге тураһында етди һөйләшеү алып барылды.
"Тәүге ҡоймаҡ табаға йәбешә" тиһәләр ҙә, ҡатайҙарҙың тәүге йыйыны күңелдәргә дәрт, дарман өҫтәне һәм киләсәктә ул байрамды уйын-йыр, бейеү-таҡмаҡ формаһында ғына түгел, ә алға ҡуйылған етди бурыстарҙы нисек хәл итеү юлдарын эҙләү йүнәлешендә осрашырға һүҙ ҡуйыштылар.


Вернуться назад