Ҡотлайбыҙ!19.03.2013
Ҡотлайбыҙ!Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәүсе яҡын кешебеҙ Хәнифә Сираж ҡыҙы Сәләхова-Искәндәрова үҙенең оло юбилейын — 85 йәшен билдәләй. Уны ошо күркәм ғүмер миҙгеле менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Башҡортостанда ғына түгел, тотош Советтар Союзына үҙен танытҡан уҡытыусы ул. Салауат районының Яхъя ауылында йәш уҡытыусылар Мәүлиха һәм Сираж ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 1951 йылда Өфөлә педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын ул Арҡауыл урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып башланы. Тап ошо осорҙа белем биреү учреждениеһы киң билдәлелек яулай: мәктәп янындағы тәжрибә баҡсасылыҡ участкаһында йәшелсәләрҙән һәм бөртөклөләрҙән юғары уңыш алыуға өлгәшелә.
Педагогия өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн ҡәҙерлебеҙгә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелде, СССР-ҙың Юғары Советына ике тапҡыр депутат итеп һайланды, 1982 йылда «СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы» тигән данлы исем бирелде. Ул КПСС-тың ХХIV съезында делегат булып ҡатнашты һәм 15 йыл буйы Валентина Терешкова етәкселек иткән Совет ҡатын-ҡыҙҙары комитетында ағза булып торҙо.
Үкенескә ҡаршы, еҙнәбеҙ бөгөн беҙҙең арала юҡ инде. Яҡыныбыҙға күп ҡайғы кисерергә тура килһә лә, ул бөгөлөп төшмәне. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, йәмәғәт эштәренән бушамай. Балаларына оло терәк, кәңәшсе, ейән-ейәнсәрҙәренә ҙур ярҙамсы.
Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, һәр кемгә лә өлгө булырлыҡ изге йәнле, һөйкөмлө кешебеҙгә донъяның бар яҡшылығын, матурлығын, һаулыҡ, бәхет, бәрәкәтле имен тормошта оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең көләс, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын.

Матур тормош, сәләмәтлек теләп,
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ!
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер итеп
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Һинең тормош юлы матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер — беҙгә ғорурлыҡ.

Иң изге теләктәр менән Өфө ҡалаһынан Сәриә, Әлиә, Азат Сәләховтар, Йәлил менән Шәүрә Ғариповтар,
Малаяҙ ауылынан Алик һәм Олиә Сәләховтар.


Вернуться назад