“Башҡортостан” гәзитенең социаль өлкә бүлеге мөдире Гүзәлиә Балтабаева редакцияға ҙур һөйөнөс алып ҡайтты: Башҡортостан Республикаһының Судьялар советы хеҙмәттәшебеҙҙең ижадын судтар һәм судьялар йәмәғәтселеге органдары эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса конкурстың “Иң яҡшы мәҡәлә” номинацияһында билдәләне.
— Суд — кешеләр һуңғы сиктә барып төртөлгән урын. Был ҡатмарлы системаның эшмәкәрлеге хаҡында яҙыу теүәллек талап итә, — ти Гүзәлиә Салауат ҡыҙы.
Тәү ҡарашҡа һалҡынлыҡ бөркөп торған кеүек тойолһа ла, асылда суд органдары журналистар менән аралашыуға һәр саҡ асыҡ. Мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙәре һәм хәбәрселәрҙең хеҙмәтен баһалай белеүҙәре айырыуса һоҡландыра.