Һөнәр оҫталары кәрәк16.03.2013
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты аныҡ эш майҙансығына әүерелергә тейеш. Бының өсөн уға әүҙем, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған кешеләр кәрәк. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Тимофеева Башҡортостанда үткәргән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Был йәһәттән республикала Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты нигеҙендә яңы хәрәкәт әҙерләнә. Уны ойоштороу комитеты барлыҡҡа килгән дә инде. Составына һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылып, йәмғиәттә хөрмәт ҡаҙанған тиҫтәнән ашыу кеше (уларҙың араһында Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡалар бар) инәсәк.
— Халыҡ фронты үҙенең көсөн һәм һөҙөмтәлелеген раҫланы, — тине ижтимағи хәрәкәттең Башҡортостандағы координаторы Раил Әсәҙуллин. — Башланғысты уңышлы дауам итеү өсөн эштең яңы форматына күсеү мөһим. Беҙгә заманса фекерле, әүҙем, бөгөнгө тормош проблемаларына битараф булмаған төрлө һөнәр эйәләре кәрәк.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына быйыл июндә ил Президенты Владимир Путиндың етәкселек итә башлауы күҙаллана. Шуға ҡәҙәр төбәктәрҙәге ойоштороу комитеттары төрлө мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш. Һөҙөмтәлә ойошманың яңы структураһы билдәләнәсәк, идара органдары һайланасаҡ.