Ауыр көрәшкә көс тупланды16.03.2013
Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа өлкәндәр генә түгел, 14 йәшкә тиклемге балалар араһында ла наркотик ҡулланыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Алама сирҙең таралыуы енәйәтселектең көсәйеүенә килтерә. Хәйер, был тотош илгә хас. Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш органдары хеҙмәткәрҙәре, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Өфөләге Бөтә Рәсәй конференцияһына йыйылып, социаль афәткә ҡаршы һөҙөмтәле саралар эҙләне.

— Наркомания Рәсәй халҡының генофондын юҡҡа сығарыу менән янай. Наркотик һатыусыларға ҡаршы көрәшеүҙән тыш, уға ихтыяжды кәметеү, яңы быуын наркомандарының барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү йүнәлешендә лә әүҙем эшләргә кәрәк, — тип мөрәжәғәт итте Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров конференцияла ҡатнашыусыларға.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараның тап Өфөлә уҙыуы осраҡлы түгел. Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында наркотик ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса ҙур тәжрибә тупланған, республика депутаттары наркоманияға ҡаршы закондарҙы камиллаштырыу буйынса әүҙемлек күрһәтә, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәт ҡарамағындағы Төньяҡ-Көнбайыш квалификацияны үҫтереү институтының Өфө филиалы уңышлы эшләй.


Вернуться назад