Октябрьский ҡалаһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы үтте, унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.
Кәңәшмә үҙенсәлекле саранан башланды: иртән үк власть вәкилдәре ҡан тапшырҙы.
– Быйыл 20 ғинуарҙан Рәсәйҙә донорлыҡ тураһындағы яңы закон эшләй башлағас, ҡан тапшырыусылар кәмер тигән хәүеф бар ине. Әммә тормош бының киреһен иҫбатлай. Шулай ҙа ҡан тапшырыу процедураһы дөрөҫ ойошторолорға, донорҙарға һәйбәт шарттар булдырылырға тейеш. Мәҫәлән, теләк белдереүселәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн мобиль ҡан биреү станцияларын ҡулланыу отошло булыр ине. Предприятиеларҙа донор көнө ойоштороуҙы ла уйларға кәрәк, – тине вице-премьер, ҡан тапшырғандан һуң.
Сарала ҡатнашыусылар ҡалала төҙөлөүсе перинаталь үҙәктә булды, дауаханаларҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Кәңәшмәлә һүҙ һаулыҡ һаҡлау тармағының мөһим йүнәлештәренең береһе булған гемодиализ хеҙмәте, уның республикалағы бөгөнгө торошо һәм үҫеш мөмкинлектәре хаҡында барҙы.