Әҙерлек әүҙемлек талап итә16.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре етәкселәренең осрашыуын үткәреүгә әҙерләнеү буйынса республика ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе.

Сарала транспорт инфраструктураһы объекттарын, Өфө ҡалаһы һәм районы биләмәһен төҙөкләндереү йәһәтенән тәү сираттағы бурыстарҙың үтәлеше ҡаралды. Әле ҡунаҡханаларҙы, шулай уҡ Конгресс-холды, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын, “Өфө” халыҡ-ара аэропортын, “Башҡортостан” күргәҙмәләр үҙәген реконструкциялау буйынса проект документацияһын яраштырыу тамамланып килә.
Быйыл шулай уҡ сит илдәрҙе Башҡортостан менән таныштырыу маҡсатында Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Һиндостанда ҙур саралар ойоштороу күҙ уңында тотола.


Вернуться назад