Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте16.03.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы Өфө ҡалаһының "Горзеленхоз" муниципаль унитар предприятиеһы эшсеһе Васильева Мария Ивановна, Бәләбәй районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡты ойоштороу бүлеге начальнигы Ғәлимов Рафаил Әхмәт улы, Октябрьский ҡалаһындағы 18-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһының түбә ябыусыһы Ғилемйәнов Риф Нурйән улы, Көйөргәҙе районының "Электр селтәрҙәре" йәмғиәте машинисы Климов Николай Семенович, Өфө ҡалаһының Киров районындағы Авария-диспетчер хеҙмәте токары Максимов Александр Иванович, Ейәнсура районындағы "КомСтройСервис" йәмғиәтенең баш механигы Нафиҡов Радик Шәйхи улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының бүлек начальнигы Вәлиев Фәнүр Йәмил улына, Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы 68-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһының слесарь-сантехнигы Ғәлиев Иршат Рәмил улына, "БашРТС" йәмғиәтенең "БашРТС-Стәрлетамаҡ" филиалындағы Сибай йылылыҡ селтәрҙәре районы начальнигы Гриценко Татьяна Александровнаға, Өфө ҡалаһының Киров районындағы 56-сы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы маляры Дауытова Лүзиә Нәүи ҡыҙына, Шишмә районының "Шишмәэнергосервис" муниципаль унитар предприятиеһы мастеры Михайлов Евгений Владимировичҡа, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы 24-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһының слесарь-сантехнигы Салтыков Олег Петровичҡа, Иглин районының "Коммунальщик" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Семенюк Юрий Ивановичҡа, Мишкә районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм элемтә буйынса беренсе урынбаҫары Хәмәтдинов Әлтәф Әхәт улына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад