Өфө ҡалаһында йәшәүсе хөрмәтле Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Әхмәтованы 55 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Асыҡ йөҙлө, кешелекле, яҡындары өсөн янып-көйөп йәшәгән изге йәнле дуҫыбыҙ тормошта өлгәшкән уңыштары менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала.
Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, күрһәткән изгелектәреңдең емешен татып, бәхеттә, шатлыҡта, мул тормошта, иҫән-һау, оҙон ғүмер кисерергә насип итһен.
Ҡотло булһын юбилейың,
Тыуған көнөң — ғүмер байрамың!
Ҡабул ит һин беҙҙән ҙур бүләкте —
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Яҡташтары Батыр Хисмәтуллин,
Раян Шаһимөхәмәтов, Азия Кусимова.