Горизонталь буйынса: 4. Туҡмас таяғы. 7. Был йыртҡыс балыҡты гепард менән сағыштыралар. 8. Хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ. 9. Балыҡтың аталыҡ һөтө. 11. Был диңгеҙ балығының ҡыуығы булмай: йөҙөүҙән туҡтаһа – бата. 14. Балыҡтың “үпкәһе”. 18. Йорт балыҡтарының бассейны. 21. Балыҡ һурпаһы. 22. Уйлап, аҡыл менән эш итә белеү. 23. Балыҡсының бөтә ҡорамалы. 24. Дефицит алыу хоҡуғы биргән ҡағыҙ. 25. Һинд гроссмейстеры. 26. Оятһыҙ, намыҫһыҙ кешенең битендә нимә булмай? 28. Картаның ситендә торған кәсер. 30. Кәйеф-сафа ғына яратҡан кеше. 31. Кешенең бөтә һынын кәүҙәләндергән скульптура. 32. Ҡыҫҡа моронло, ҡабырсаҡ тәңкәле, ҡара ыуылдырыҡ сәсә торған балыҡ. 33. Тәлмәрйен ебәге. 34. Трескалар араһындағы йыртҡыс яҡташыбыҙ.
Вертикаль буйынса: 1. С. Аксаков был балыҡтың исеме һауала “төҫө уңыу” менән бәйләнгән тип бара. 2. “Сабаҡ”тан барлыҡҡа килгән ял урыны. 3. Янъял, талаш. 5. Йондоҙлоҡҡа ингән һыу йәнлеге. 6. Яҫы моронло, итләс эре балыҡ. 10. Һыу майҙаны. 12. (…) матата. 13. Төрмәләге айырым камера. 15. Былтыр Хәйбулла районында тотолған иң ҙур балыҡ. 16. Осоп-сәсрәп торған бөртөк-бөртөк ут. 17. Был балыҡты һыуҙан һөйрәп сығарыуы еңелдән түгел. 19. Әшнә. 20. Ауыҙы тар итеп талдан үрелгән балыҡ тотоу ҡорамалы. 24. Бик һаран, һыҡмыр кеше. 27. Булып үткән иҫтәлекле хәл-ваҡиға. 28. Бер күҙәнәкле организм. 29. Башҡортостан тигән ауылы булған район үҙәге. 30. Ҡош мороно.