Аҙнаһына бер булһа ла...16.03.2013
Аҙнаһына бер булһа ла...Балыҡ ризыҡтары — организм өсөн бик кәрәкле аҡһым сығанағы. Ундағы аҡһым иттекенә ҡарағанда күпкә еңелерәк үҙләштерелә. Бынан тыш, балыҡтан, айырыуса диңгеҙҙекенән, әҙерләнгән тәғәмдәр бик туҡлыҡлы. Улар аҙыҡты аҡһымға байытып ҡына ҡалмай, организм талап иткән минераль матдәләр һәм микроэлементтарҙың инеүен дә тәьмин итә. Шуға күрә аҙнаһына кәм тигәндә бер тапҡыр менюла балыҡ булырға тейеш.
Балыҡтан төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
*Ваҡ балыҡты һалҡын һыуға һалып иретәләр. Тәме һаҡланһын өсөн һыуға бер аҙ тоҙ һалыу зарур.
*Туңдырылған балыҡты һәм филены бүлмә йылылығында әкрен генә иретәләр.
*Яңы тотолған балыҡты тәңкәһенән таҙартырға кәрәк.
*Бешерер алдынан салфетка менән ҡороторға кәңәш ителә.
*Киҫәктәргә туралған балыҡты иретмәйенсә ҡыҙҙырһаң, ул тәмле, һутлы була.
*Балыҡты үҫемлек майында ҡурыу файҙалыраҡ.
*Ҡыҙҙыра торған майға бер аҙ тоҙ өҫтәп ебәрһәң, балыҡ табаға йәбешмәй.
*Көслө утта бешерһәң, балыҡ ите ҡаты, ә һурпаһы болғансыҡ була.
*Балыҡ таҙартҡандан һуң ҡулды ҡәһүә төпрәһе менән йыуһаң, еҫ килмәҫ.


Вернуться назад