*Балыҡ ҡыҙҙырғанда таралған еҫте бөтөрөү өсөн табалағы майға бер нисә киҫәк бәрәңге һалырға кәрәк.
*Диңгеҙ балығын бешерер алдынан өҫтөнә лимон һуты йә аш һеркәһе һипһәң, ите аҡ булып бешә.
*Балыҡты сохариҙа, йомортҡала әүәләһәң, еҫе килмәй.
*Соус өсөн шыйыҡлыҡ итеп ғәҙәттә балыҡ һурпаһын ҡулланалар. Ҡайнатма ҡуйыраҡ булған һайын соус тәмлерәк.
*Балыҡ тәңкәһе еңел ҡупһын өсөн, уны тиҙ генә ҡайнар һыуға тығып алалар.