Кәтлит яһайым тиһәң16.03.2013
Кәтлит яһайым тиһәңБалыҡ итен алабыҙ йәиһә балыҡты, ҡылсығынан таҙартып, иттартҡыстан һуған менән бергә үткәрәбеҙ. Фаршҡа һөттә сылатылған икмәк, йомортҡа, йәшел тәмләткестәр, тоҙ, борос ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Артабан ваҡ ҡына кәтлиттәр яһап, ҡалған йомортҡаға манабыҙ, сохариҙа әүәләйбеҙ ҙә табала иретелгән майҙа ике яғын да ҡыҙҙырабыҙ. Кәтлиттәрҙе ҡайнар килеш йәшелсәнән бешерелгән ризыҡтар, салаттар янына лимон соусы менән бирәбеҙ.

Кәтлит өсөн: 1 кг балыҡ, бер баш һуған, сирек стакан һөт, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике телем аҡ икмәк, ярты стакан ваҡланған сохари, дүрт йомортҡа, йәшел тәмләткестәр, борос һәм тоҙ алына.


Вернуться назад