Үп тә һыуға кире ебәр16.03.2013
*Балыҡҡа китеп барғанда уңыш теләп ҡалһалар, күп тотоуға өмөт итмәҫкә лә була.
*Балыҡ ҡармаҡлау кәрәк-ярағын башҡаларға бирергә ярамай тип иҫәпләй ҡайһы берәүҙәр.
*Тамаҡ ялғар өсөн үҙең менән балыҡтан әҙерләнгән ризыҡ алырға кәңәш ителмәй — юғиһә, ҡапмаясаҡ.
*Күптәр балыҡсылар балыҡҡа барыр алдынан ҡырынмай һәм балыҡ ризығы ашамай.
*Әгәр быға тиклем барғандағы балыҡ бешерелмәй торһа йәки боҙолһа, бер ни ҙә эләкмәйәсәк.
*Беренсе тотолған бәләкәй балыҡты ипләп кенә ҡармаҡтан алырға ла, үбеп, "атаһы (әсәһе), олатаһы (өләсәһе) артынан" ебәрергә кәрәк.
*Ҡайтырға тип ҡуҙғалғанға ҡәҙәр күпме балыҡ тотоуыңды һанарға ярамай — бүтән эләкмәйәсәк.
*Күптән билдәле: балыҡ һалыр өсөн ҙур һауыт алһаң, күп тота алмаҫһың. Киреһенсә, уны онотоп ҡалдырһаң, яҡшы ҡабыр.
*Юлда көтөлмәгән ауырлыҡҡа осрау — күп балыҡ ҡаптырыу билдәһе.