Кәмә генә һорамаһын!16.03.2013
Кәмә генә һорамаһын!Ҡалала йәшәгәс, Кушнаренко районының Әхмәт ауылындағы атай-әсәйҙең хәл-әхүәле менән күп ваҡыт телефон аша ҡыҙыҡһынып торам. Тик йыш ҡына трубканы атайым ала. "Әсәйем ҡайҙа?” — тиеүемә: “Балыҡта”, — тигән яуап ишетәм. “Ә һин нимә эшләйһең?” — тиһәм: “Балыҡ ҡыҙҙырам, әйҙә, ҡайтығыҙ ашарға”, — ти. Ошо һүҙҙәрҙе тиҫтә йылдан ашыу ишетеп күнектек инде. “Ниңә һин бармайһың балыҡҡа?" — тиһәк: “Мин тота белмәйем, ә әсәйегеҙ минең кеүек ҡыҙҙыра алмай”, — тип көлә.
Күл буйында йәшәгәс, табындан балыҡ өҙөлмәне. Тәүҙә беҙ, балалар, балыҡтың файҙалы булыуын аңламағанбыҙҙыр инде, еҫен һиҙеү менән икенсе яҡҡа йәиһә өйҙән үк сығып китә инек. Балыҡты дөрөҫ итеп ашай белергә лә кәрәк бит әле. Үҫеп, барыбыҙ ҙа башлы-күҙле булдыҡ. Өҫтәл янына кейәү-килендәр ҙә йыйыла башлағас, ҡыҙҙырылған балыҡ, унан яһалған кәтлит һәм балыҡ һурпаһы өҫтәл йәменә әүерелде.
Балыҡты һатып алғаныбыҙ булманы. Тәүҙә берәйһе килтергәндер тип ҡабул иттек. Баҡһаң, әсәй, беҙҙән ҡасып, күл буйында балыҡ тоторға өйрәнгән булып сыҡты. Тәүҙә уның был шөғөлөнә көлөп кенә ҡараныҡ. Ауылға ҡайтҡас, әсәйҙең йыш ҡына өйҙә булмауына аптырап, ҡайҙан эҙләргә белмәй инек. Урынын тиҙ таптыҡ, йортта күренмәһә, күл буйынан эҙләргә кәңәш иттеләр. Бер юлы бер нисә ҡармаҡ һалып тота икән балыҡты.
Хәҙер балыҡсы Роза Назароваға 66 йәш, ҡулына ҡармаҡ алыуына — 17 йыл. Үҙе әйтеүенсә, баштараҡ ояла-ояла ғына күл буйына төшкән, артабан, һауа торошона ҡарап, көндәр буйы балыҡ тоторға күнегеп киткән. Кемдән йөҙ йәшерергә тейеш әле мин тип, башҡаларға иғтибар итмәй башлаған.
Атайым йортобоҙ тураһында ғына күл эсенә баҫма һуҙҙы. Хаҡлы ялға сығыу менән йәйҙән көҙгәсә әсәй күп ваҡытын балыҡ тотоуға бүлә башланы. Ҡармаҡтарын, спиннингын, кәрзинен алып, иртә таңдан һыу буйына төшә. Йыш ҡына: "Һыуытҡыста балыҡҡа урын юҡ, тиҙ генә ҡайтып алығыҙ", — тип телефон аша беҙгә хәбәр итә. "Тотма һуң, ҡуйыр урын булмағас, хәл йый", — тип тә ҡарайбыҙ, ә ул: "Бында күңелем ял итә, сырхауҙарым онотола", — тип яуаплай. Уның ҡармаҡтарын аҫып, балыҡ тотоп килеп инеүен ихаталағы ҡош-ҡорт, эт менән бесәй ҙә шатланып ҡаршы ала.
Әсәйемдең тыуған көнө етер алдынан ниндәй бүләк кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Уның яуабы бер: ҡармаҡ кәрәк-ярағы, ҡалҡыуыс. Кәмә генә һорамаһа ярар ине тип, йүгертеп ҡармаҡ ҡайтарып бирергә лә күнектек.
Бәләкәйҙән баҡа менән селәүсендән ҡурҡыр булған ул. Балыҡ тота башлағас, күрһәгеҙ икән уның көрәк йәки ҡулы менән ерҙә соҡоноп селәүсен эҙләгәнен! Йыл ҡоро килгән осорҙа тиреҫкә һыу һибеп йыйҙы уларҙы. Хатта бер генә селәүсен менән балыҡ тоторға төшөп киткәне хәтерҙә. "Уны ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлеп, ҡармаҡҡа эләктереп, балыҡтарға еҫкәтеп кенә тоттом бөгөн", — тип ҡыуана торғайны. Балыҡтарға бойҙай бутҡаһы бешереүҙең дә сере бар икән. Бутҡа әҙер булғас, бисмилла әйтеп, баҫманан тороп ҡына һыуға һибеп килә. Үҙе бер аҙҙан әкрен генә төшөп китә. Әлбиттә, был көндә күнәк-күнәк алабуға, табан балығы ҡаба.
Атайымдың балыҡ кәтлиттәре телеңде йоторлоҡ, билләһи! Уны ике ҡат ит тартҡыстан сығарып, 13 төрлө тәмләткес (йомортҡа, бәрәңге, һуған, кишер, һарымһаҡ, үләндәр һ.б.) ҡушып ҡыҙҙыра. Бына шулай, барыбыҙҙың да табынында әсәй тотҡан балыҡ ашы була. Кемгә генә ҡунаҡҡа йыйынһаҡ та, ауылдан күстәнәскә ҡыҙҙырылған балыҡ биреп ебәрәләр. Өлкәнәйә барған һайын, үҙебеҙҙең күл балығын һағынып ҡайтабыҙ, уның файҙаһы ҙур икәнлеген хәҙер яҡшы беләбеҙ. Оҙон көн буйы балыҡ һурпаһы менән һыйланырға ла ризабыҙ. Балыҡсы әсәй менән тәмле итеп балыҡ ҡыҙҙырыусы атай ғына иҫән-һау булһын. Ҡармағын ғына табырбыҙ.


Вернуться назад