Беҙҙекеләр һынатмай16.12.2011
Октябрьский ҡалаһында спорт мастеры Тимур Ғабдуллин иҫтәлегенә бағышланған бокс буйынса турнир үтте, быйыл ул һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо.
Бәйгелә илебеҙҙең ун төбәгенән йыйылған 72 бокссы көс һынашты, уларҙың утыҙы – Башҡортостандан. Ике көн дауам иткән көрәш һөҙөмтәләре буйынса иң көслө ун бокссының етәүһе – Башҡортостан спортсылары, тип билдәләнде. Шуларҙың икәүһе – яҡташтарыбыҙ Павел Никонов менән Арман Сөләймәнов – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.
"Тыуған яҡ", Октябрьский ҡалаһы.


Вернуться назад