Ир-егет Дәртлеләр. Рухи һәм физик мөхәббәткә ҙур талап ҡуялар. Йыш ҡына ҡыйыуһыҙлыҡ күрһәтәләр. Ҡатындарына илаһи зат тип ҡарайҙар, уларға бер ҡасан да бойормайҙар, таяныс итеп иҫәпләй беләләр.
Ҡатын-ҡыҙ Тоғролар һәм ышаныслылар. Иркәләнә лә беләләр. Дәртле мөхәббәт кеүек үк, йорт һәм балалар ҙа тормоштарында төп урынды биләй. Улар өсөн иң мөһиме — тыныслыҡ һәм яҡындарының бәхете.