Ҡышҡы селлә ни ҙә, йәйге томра ни16.03.2013
Йылдың һәр миҙгелендә йылға-күлдәребеҙҙә балыҡ ҡармаҡлап ултырыусыларҙы осратырға мөмкин. Эйе, ысын балыҡсылар тәнәфес яһап тормай — ҡышҡы селлә ни ҙә, йәйге томра ни, мауыҡтырғыс шөғөлдәренән айырылмайҙар. Улар өсөн өйҙәренә балыҡ алып ҡайтыу маҡсат түгел. Тәбиғәт ҡосағында кинәнеп ял итәләр, яңғыҙ ҡалып, уй йомғағын һүтәләр. Ҡармаҡ тотоп, һыуға текләп ултырыу — нервы системаһын яҡшыртыуҙың бынамын тигән сараһы ла.

Әлбиттә, балыҡсылар менән төрлө мажаралар була, сетерекле хәлдәргә лә тарыйҙар. Шуға ҡарамаҫтан, йылға-күлдәге боҙ көҙ — көҙгө, яҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булғанда ла "балыҡ" сире йоҡторғандар ҡармағынан айырылмай.
Ә башҡа илдәрҙә нисек? Мәҫәлән, Америкала һәүәҫкәр балыҡсылар бармы? Башҡортостанда өс йыл йәшәп, беҙҙәге тормош-көнкүреште ярайһы ғына күҙәткән Линдси Пигей әйтеүенсә, АҠШ-та ла балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ кеше байтаҡ .
— Мин йәшәгән штатта балыҡҡа, нигеҙҙә, ир-ат йөрөй, — ти ул. — Атайымдың да яратҡан шөғөлө ул. Әсәйем яҡлап бер еҙнәм вәт, исмаһам, балыҡсы! Ниндәй генә ҡармағы юҡ уның! Хатта "Балыҡ тотоу өсөн тыуған" тип яҙылған башлыҡ кейә. Күҙәтеүҙәренән сығып, ҡайҙа һәм ҡасан ниндәй балыҡ эләгеү ихтималлығы тураһында таблица ла төҙөгән. "Һыу кешене тынысландыра, шул мөхит оҡшай", — тип аңлата ул мөкиббән бирелеүен. Башҡортостандың күп кенә урындарында булдыҡ, йылға-күлдәрҙе лә күрҙек. Һеҙҙә балыҡсылар күберәк кеүек. Беҙҙә ҡармаҡлау өсөн лицензия кәрәк. Һәүәҫкәрҙәрҙең аҙыраҡ булыуы, бәлки, шуға бәйлелер.


Вернуться назад